Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

✨АУЫЛ ЫРЫМДАРЫ

✨АУЫЛ ЫРЫМДАРЫ 💯 Кемдер йортон ремонтлай башлаһа, тимәк, тиҙҙән уларҙа туй була. ☝️ Көтөүҙөң беренсе көнөндә ниндәй йорттан ҡырҡылған һарыҡтар сыға, шул йортта йәшәүселәр – иң эшлекле. ☝️Кемдең картуфлығында ҡый үҫмәй, шуның ейәндәре күп. ☝️ Күршең ул тиклем күп еләкте ҡайҙан йыйғанын әйтһә, тимәк, ул урында башҡа еләк юҡ. ☝️ Сағыу төҫтәргә буялған ауылда, ғәҙәттә, быйыл “һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” үткән була. ☝️ Ауылда һәр өй эргәһендә еңел машина ултырһа, тимәк, ул ауылға автобус йөрөмәй. ☝️ Ауылдың һәр өйөндә трактор булһа, тимәк, унда эш юҡ. ☝️ Унда йәшәмәһәң дә ауылдың бөтә яңылыҡтарын белһәң, тимәк, ауылдың чатын асҡандар. ☝️ Йәй көнө ауыл бала-саға менән тула икән, тимәк, унда ҡарт-ҡоро ғына ҡалған. ☝️ Ҡыш йортҡа юл ни тиклем тар көрәлгән – унда шул тиклем өлкән йәштәге кеше йәшәй. ☝️ Ауыл урамында тауыҡтар иркен йөрөһә, тимәк, унда уҫал эттәр юҡ. ☝️ Кемдер аҙна уртаһында мунса яҡһа, тимәк, уларға йә ҡунаҡ килә, йә үҙҙәре ҡунаҡҡа йыйына. ☝️ Ямғыр яуһын тип доға ҡылһалар, тимәк, б

✨АУЫЛ ЫРЫМДАРЫ

💯 Кемдер йортон ремонтлай башлаһа, тимәк, тиҙҙән уларҙа туй була.

☝️ Көтөүҙөң беренсе көнөндә ниндәй йорттан ҡырҡылған һарыҡтар сыға, шул йортта йәшәүселәр – иң эшлекле.

☝️Кемдең картуфлығында ҡый үҫмәй, шуның ейәндәре күп.

☝️ Күршең ул тиклем күп еләкте ҡайҙан йыйғанын әйтһә, тимәк, ул урында башҡа еләк юҡ.

☝️ Сағыу төҫтәргә буялған ауылда, ғәҙәттә, быйыл “һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” үткән була.

☝️ Ауылда һәр өй эргәһендә еңел машина ултырһа, тимәк, ул ауылға автобус йөрөмәй.

☝️ Ауылдың һәр өйөндә трактор булһа, тимәк, унда эш юҡ.

☝️ Унда йәшәмәһәң дә ауылдың бөтә яңылыҡтарын белһәң, тимәк, ауылдың чатын асҡандар.

☝️ Йәй көнө ауыл бала-саға менән тула икән, тимәк, унда ҡарт-ҡоро ғына ҡалған.

☝️ Ҡыш йортҡа юл ни тиклем тар көрәлгән – унда шул тиклем өлкән йәштәге кеше йәшәй.

☝️ Ауыл урамында тауыҡтар иркен йөрөһә, тимәк, унда уҫал эттәр юҡ.

☝️ Кемдер аҙна уртаһында мунса яҡһа, тимәк, уларға йә ҡунаҡ килә, йә үҙҙәре ҡунаҡҡа йыйына.

☝️ Ямғыр яуһын тип доға ҡылһалар, тимәк, был – Урал аръяғы.

"ҺӘНӘК" журналынан.