«Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң журналистар төркөмө махсус хәрби операция зонаһына эш командировкаһынан ҡайтты. Улар Запорожье өлкәһенә ике миссия менән юлланды – Матбуғат йортонан, Өфөнөң 21-се лицейынан, яугирҙәрҙең туғандарынан һәм яҡындарынан гуманитар ярҙам алып барырға, шулай уҡ хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан коллегалары менән аралашырға, тип хәбәр итә «Молодежная газета» баҫмаһы. Яугирҙәргә Өфө журналистары әҙерләгән ҡорамалдар һәм төҙөлөш материалдары, сәк-сәк, балалар хаттары, медикаменттар, китаптар, яңы матбуғат, өйҙән шәхси посылкалар тапшырылды. – Ошо көндәрҙә беҙҙе мобилизациялауға теүәл өс йыл тулды. Тыуған республикабыҙға, яҡташтарыбыҙға беҙҙең хаҡта уйлағанығыҙ һәм ярҙам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Балаларҙың бөтә хаттарын тулҡынланып уҡыйбыҙ, өйҙөң еҫен тоябыҙ, башҡорт тәм-томдары менән бушаған арала сәй эсәбеҙ, гәзит-журналдарҙы ҡараштырабыҙ, әсәләрҙән посылкалар алабыҙ. Һеҙҙең хәстәрлегегеҙ һәм йылылығығыҙ ҡуйылған бурыстарҙы үтәргә ярҙам итә. Бөтә яҡташ яугир
Өфө журналистары Запорожье өлкәһендәге яҡташ яугирҙәргә посылкалар тапшырҙы
10 октября 202510 окт 2025
2 мин