Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

- Урыныңды бел, һин - бисә кеше

- Урыныңды бел, һин - бисә кеше, Һүҙҙәреңде, - тиҙәр, - һин үлсә! Урынымды мин белергә риза, Булһа булһын, әйҙә, һеҙҙеңсә! Мин ризамын аш-һыу бүлмәһендә Бешерергә тәмле-татлыны, Тик бәләкәй өйгә риза түгел, Теләйем мин ике ҡатлыны! Балҡып-көлөп торор бөтә донъям, Йылмайырмын гелән үҙем дә, Эшкә йөрөп әгәр арымаһам, Мул аҡсаны тотһам үҙемдә. Наҙлы һүҙҙәр генә әйтер инек, Беҙгә генә булһа йылығыҙ, Беҙ әҙербеҙ ҡатын-ҡыҙ булырға, Һеҙ үҙегеҙ ирҙәр булығыҙ! Бисә-сәсә, имеш… Был ирҙәрҙең Намыҫтары әллә тулаймы? Беҙ булмаһаҡ, ҡыҙҙар, ярты ир-ат Асҡа үлер ине. Шулаймы? Фирүзә Абдуллина.

- Урыныңды бел, һин - бисә кеше,

Һүҙҙәреңде, - тиҙәр, - һин үлсә!

Урынымды мин белергә риза,

Булһа булһын, әйҙә, һеҙҙеңсә!

Мин ризамын аш-һыу бүлмәһендә

Бешерергә тәмле-татлыны,

Тик бәләкәй өйгә риза түгел,

Теләйем мин ике ҡатлыны!

Балҡып-көлөп торор бөтә донъям,

Йылмайырмын гелән үҙем дә,

Эшкә йөрөп әгәр арымаһам,

Мул аҡсаны тотһам үҙемдә.

Наҙлы һүҙҙәр генә әйтер инек,

Беҙгә генә булһа йылығыҙ,

Беҙ әҙербеҙ ҡатын-ҡыҙ булырға,

Һеҙ үҙегеҙ ирҙәр булығыҙ!

Бисә-сәсә, имеш… Был ирҙәрҙең

Намыҫтары әллә тулаймы?

Беҙ булмаһаҡ, ҡыҙҙар, ярты ир-ат

Асҡа үлер ине. Шулаймы?

Фирүзә Абдуллина.