Башҡорт аты борондан уҡ,
Булған яуҙа еңеүсе.
Ярыштарҙа ул беренсе,
Булмаҫ уға етеүсе.
Ҡаршы сапҡан ут эсендә,
Дошман тимер атына.
Башҡаларға ҡырағай ул,
Тоғро дуҫ хужаһына.
Донья көткән саҡтарҙа ла,
Башҡорт аты таяныс.
Ауыр юлдарҙы үткәндә,
Уға булған ышаныс.
Ҡайҙа барма, ниҙәр ҡылма,
Янда булған тоғро дуҫ.
Тәгәрәп ҡалған саҡта ла,
Ул һине һис ташламаҫ.
Ас - яланғас йөрөмәгән,
Башҡорт атын тотоусы.
Уның менән алда килгән,
Сабып уҡтан атыусы.
Йәшәһен башҡорт атҡайы,
Башҡортомдоң терәге.
Уның менән дуҫлашырға,
Һәр малайҙың теләге.
Фәниә Сыңғыҙова(Мөхәмәтшина)
От Фании Мухаметшиной-Сингизовой