Ефросинья кейәүгә сыға Ҡатын-ҡыҙҙарҙы әйтәм, телевизор ҡаршыһына ултырып сериал ҡарай башлаһа, донъяларын онота. Бына әле лә: «Көтөү ҡайтып килә», – тип ҡат-ҡат әйтһәм дә, ҡатын урынынан да ҡуҙғалманы. Көтөүҙе үҙем генә ҡаршылап, өйгә индем. – Бер һарыҡтың аяғы һынған, ахырыһы, сатанлай, нишләтергә икән? – тим уға. Ул минең әйткән һүҙҙәрҙе ишетмәне лә шикелле, бары үҙ алдына һөйләнгәндәй итеп: – Ефросинья кейәүгә сыға, – тип ҡуйҙы. Ефросинья тигән исемде тәүләп ишетеүем булһа ла: «Кем һуң ул?» – тип һорарға ҡыйманым. Моғайын, берәй туғанылыр, йә күп һанлы ғаилә дуҫтарыбыҙҙың береһенең ҡыҙылыр. Һораһам: «Һин минең туғандарҙы ғүмер буйы белмәнең инде», – тип, тағы үпкәләй башлар. – Егете кем һуң? – тигән булдым, аптырағас. – Тәүҙә Максим менән йөрөнө, аҙаҡ Саша менән дуҫлашты, хәҙер профессорға кейәүгә сығырға итә. – Улай икән. Ә туй ҡасаныраҡ һуң? – тим, тағы аптырап. – Бөгөн булманы инде, иртәгәлер, моғайын, – тине ҡатын һаман да шул сериалынан айырылмай ғына. Ниңәлер кәйефе лә юҡ һы