Алтын көҙ ҙә елеп үтер инде, Һары япраҡ елгә һибелә, Ғүмер ҙә бит һиҙелмәйсә аға, Үтер инде,үтер көҙө лә. Шул ваҡытты тотоп торор инем, Тотоп булмай,булмай туҡтатып, Йырҙар тыуа,ошо миҙгелдәрҙе, Кеше ғүмеренә оҡшатып. Бала сағым -хәтфә йәшел үлән, Морон төрткән кеуек яҙымда, Муйыл сәскә атҡан йәшлегемә, Атлап булмаҫ инде аҙым да. Йәйҙәремдә минең бар булмышым, Сәскә атып,биргән емешен, Көҙгө моңдар тула күңелемә, Балланмаған әле миләшем. Яҙҙы уйлап хисләнә күңелем, Йәмле йәйҙә тоям үҙемде, Япраҡ ямғырында баҫып торам, Ҡаршыларға,тиеп көҙөмдө. Лариса Ғирфанова