Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

🤲Бәхил булығыҙ, Олег Закир улы

🤲Бәхил булығыҙ, Олег Закир улы... Ҡайғылы хәбәр еткерәбеҙ: арҙаҡлы милләттәшебеҙ, сәхнә оҫтаһы Олег Ханов вафат... Был хаҡта республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Сағыу образдар тыуҙырған, халҡыбыҙ мәнфәғәттәре өсөн янып-көйөп йәшәгән олуғ шәхесебеҙ ғүмер буйы сәнғәтебеҙҙе хәстәрләне, уның үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙе. Милләтенең ысын улы булды. Уға оло рухи мираҫ ҡалдырҙы. Мәрхүмдең туғандарының, яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ Олег Закир улы Ханов Архангел районының Ҡыҙғы ауылында тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. Төрлө йылдарҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында, хәҙерге Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында, Бөтә Рәсәй театр йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһендә, М. Горький исемендәге Ырымбур драма театрында, Ырымбур сәнғәт институтында, Салауат башҡорт дәүләт театрында эшләй. 2012 — 2019 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художе

🤲Бәхил булығыҙ, Олег Закир улы...

Ҡайғылы хәбәр еткерәбеҙ: арҙаҡлы милләттәшебеҙ, сәхнә оҫтаһы Олег Ханов вафат... Был хаҡта республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

Сағыу образдар тыуҙырған, халҡыбыҙ мәнфәғәттәре өсөн янып-көйөп йәшәгән олуғ шәхесебеҙ ғүмер буйы сәнғәтебеҙҙе хәстәрләне, уның үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙе. Милләтенең ысын улы булды. Уға оло рухи мираҫ ҡалдырҙы.

Мәрхүмдең туғандарының, яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ

Олег Закир улы Ханов Архангел районының Ҡыҙғы ауылында тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. Төрлө йылдарҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында, хәҙерге Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында, Бөтә Рәсәй театр йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһендә, М. Горький исемендәге Ырымбур драма театрында, Ырымбур сәнғәт институтында, Салауат башҡорт дәүләт театрында эшләй. 2012 — 2019 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе булды.