Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Хәйбулла районында быйыл иғлан ителгән "Тере шишмә" конкурсында ҡатнашып, беренсе урын яулаған Үрнәк ауылы халҡы төҙөкләндерелгән "Бәхет

Хәйбулла районында быйыл иғлан ителгән "Тере шишмә" конкурсында ҡатнашып, беренсе урын яулаған Үрнәк ауылы халҡы төҙөкләндерелгән "Бәхет шишмәһе" янында төрлө саралар ойоштора. Ошо көндәрҙә ауылға төшкән йәш киленде һыу башлатып, самауырҙар ҡайнатып, Гөрөлдәк шарлауығы янындағы күркәм урында сара ойошторған улар. Үрнәк ауылы егете Айгиз Баймаҡ районының арҙаҡлы Буранбай ауылынан алып ҡайтҡан икән кәләште. Йәш ғаиләгә изге теләктәрен еткереп, хуш еҫле самауыр сәйҙәре эсеп таралышҡан ауылдың ағинәйҙәре. Йәштәргә бәрәкәтле мул тормош, бәхетле киләсәк теләйбеҙ! 🖊️Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмөнән

Хәйбулла районында быйыл иғлан ителгән "Тере шишмә" конкурсында ҡатнашып, беренсе урын яулаған Үрнәк ауылы халҡы төҙөкләндерелгән "Бәхет шишмәһе" янында төрлө саралар ойоштора. Ошо көндәрҙә ауылға төшкән йәш киленде һыу башлатып, самауырҙар ҡайнатып, Гөрөлдәк шарлауығы янындағы күркәм урында сара ойошторған улар. Үрнәк ауылы егете Айгиз Баймаҡ районының арҙаҡлы Буранбай ауылынан алып ҡайтҡан икән кәләште. Йәш ғаиләгә изге теләктәрен еткереп, хуш еҫле самауыр сәйҙәре эсеп таралышҡан ауылдың ағинәйҙәре. Йәштәргә бәрәкәтле мул тормош, бәхетле киләсәк теләйбеҙ!

🖊️Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмөнән

-2
-3
-4