Баймаҡ районының Аҡморон ауылы халҡы бик сауаплы һәм изге эш башлаған. Улар райондың имам хатиптары һәм ауыл халҡы ярҙамы менән ҙур итеп, заманса материалдарҙан ике ҡатлы иман йорто төҙөй башлағандар. Аҙна һайын ҙур өмәләр ойоштороп үҙ маҡсаттарына табан баралар. Өмә көндәрендә ауылдың дәртле кешеләре аяттар уҡытып, эшселәрҙе йылы аш менән тәмьин итеп торалар. Афарин! Ауылдың имам-хатибы, Нур Дәүләтбирҙин, мәсет төҙөүгә үҙ өлөшөн индерергә теләүселәр булһа бигерәк тә рәхмәтле булыр инек тип белдерҙе. Ярҙам итергә теләүселәр имам-хатипҡа 89091957273 телефоны аша шәхсән шылтырата ала. Киләһе өмә йәкшәмбе көнөнә билдәләнгән.
Баймаҡ районының Аҡморон ауылы халҡы бик сауаплы һәм изге эш башлаған
27 сентября 202527 сен 2025
~1 мин