Найти в Дзене
Атайсал гәзите

‼Эс ҡатыуын бөтөрә, артыҡ ауырлыҡтан да ҡотҡара

‼Эс ҡатыуын бөтөрә, артыҡ ауырлыҡтан да ҡотҡара. Тән ауырлығын 2,5 килограммға тиклем кәметергә мөмкин, бигерәк тә эсте уратып алған эске майҙарҙы кәметә.

‼Кистән үк әҙерләп ҡуябыҙ.

5-7 кипкән ҡара емеш, ике ҡалаҡ геркулес , бер стакан кефир, бер ҡалаҡ етен майы, бер балғалаҡ какао порошогы кәрәк. Ҡара емеште 10-15 минутка ҡайнар һыуға һалып торабыҙ. Какао, етен майын һәм геркулесты айырым һауытта бергә ҡушып бутайбыҙ. Шунда уҡ кефирҙы ҡушабыҙ. Хәҙер ебегән ҡара емеште алып, ваҡлап турап, бөтә ингредиенттарҙы бергә бутап, төнгөлөккә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Иртәнгә туҡлыҡлы һәм файҙалы ризыҡ әҙер.