Өндәшмәүең - алтын тиһәләр ҙә Өндәшеүең миңә мең алтын. Сабыр булдым артыҡ. Күндәм булдым. Нисек булһам да мин - юғалттым. Юғалтҡандан һабаҡ ала белдем. Юғалтҡандан таптым артығын. Айырырға тик өйрәндем микән Ихлас килгән менән һатлығын? Яндырай ҙа ғына тойолһам да, Ташламаны мине һаҡлығым. Һыуығын да өрөп ҡабыу - йәндә. Аҡтың татып ҡарау аҡлығын. Ҡараның тик ҡаралығы шикһеҙ, Аҡты ҡара менән бутамам. Өндәшмәүең мине утҡа һала, Өндәшмәһәң мин мең уфтанам. Өндәшмәүең - алтын, тиһәләр ҙә Һүҙ күпер ул. Диуар төҙөмә. Рәхмәт әйтәм өмөт нурын һипкән Салт ҡояшлы сыуаҡ көҙөмә. Гөлназ Ҡотоева