Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары көҙгө сессияның беренсе пленар ултырышында ошондай ҡарар ҡабул итте. «Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында» законға үҙгәрештәр проекты тәүге уҡыуҙа ҡаралды.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, Ишле ғаилә көнөн 21 декабрҙә билдәләү планлаштырыла. Был дата осраҡлы ғына һайланмаған. Башҡортостанда декабрь аҙағында күп балалы ғаиләләрҙе, «Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсы һәм башҡа ғаилә конкурстары еңеүселәрен бүләкләү йолаһы йәшәп килә. Ә рәсми байрам булдырыу был эштең логик дауамы буласаҡ, уны ҡануни кимәлдә нығытасаҡ һәм уға яңы импульс бирәсәк.
Декабрь айы, Яңы йыл һәм Раштыуа алдынан, ғаилә ҡиммәттәрен, ғаилә усағын һәм быуындар берләшеүен символлаштыра, тип билдәләне парламент спикеры. Яңы байрам республиканың мәҙәни календарында үҙ урынын аласаҡ.
— Ишле ғаилә көнөн булдырыу ғаиләнең абруйын нығытыуға, традицион ҡиммәттәрҙе пропагандалауға, өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ата-әсәләрҙең социаль статусын күтәреүгә булышлыҡ итер тип ышанам. Был әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау буйынса эҙмә-эҙлекле дәүләт сәйәсәте сиктәрендә тағы ла бер мөһим сара булып тора, — тине Константин Толкачев.