#Герои_Z Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында аҫыл егеттәребеҙҙең береһе, махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған, республикала үҙенең үлемһеҙ йырҙары менән билдәлелек яулаусы, «Айджи» позывнойлы Артур Ғәҙелшиндың яҡты иҫтәлегенә арналған Хәтер кисәһе үтте. Сарала Артурҙың ҡәҙерле әсәһе Сәрүәр Сәлимйән ҡыҙы Ғәҙелшина, туғандары, яуҙаш дуҫтары Артем Сөләймәнов, Шамил Аитов, Нурфәйез Сәфәрғәлин, Хәйҙәр Ҡырғыҙбаев, МХО яугире, «Башҡортостан Геройҙары» программаһы финалисы Әхәт Аҫылбаев, уҡытыусылары, Сибай педагогия колледжынан төркөмдәштәре, яҡын дуҫы Илсур Нәбиуллин, «Ватанды һаҡлаусылар» фондының социаль координаторы Гөлназ Заманова, журналист, «Беҙ бергә» ирекмәндәр төркөмө етәксеһе Лилиә Такаева, Урал арьяғы сәнәғәт колледжы студенттары ҡатнашты. Хәтер кисәһе Артурҙың уҡытыусыларының, төркөмдәштәренең, дуҫтарының иҫтәлектәре, яҡты хәтирәләре менән бер рәттән видеояҙмалар һәм йырҙар менән үрелеп барҙы. Һәр кем уның шул тиклем ябай, кешелекле, бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бире