Был спорт төрө менән районда 25 бала шөғөлләнә Өфөлә 26 сентябрҙә “IBA.PRO 9” тип аталған бокс буйынса ҙур турнир буласаҡ. Ошо уңайҙан беҙ Салауат районында был спорт төрөнөң үҫеше хаҡында һөйләйбеҙ. Салауат районында бөгөн бокс менән 25 бала шөғөлләнә. Әлкә ауылы спорт залында райондың Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе (ДЮСШ) филиалы эшләй. Бокс мәктәбе 2015 йылда Омск казармаһы емерелеү һөҙөмтәһендә фажиғәле һәләк булған десантсы Ранис Алтынбаевтың исемен йөрөтә. Балаларҙы был спорт төрөнә тренер, МХО ветераны Руслан Низамов өйрәтә. – Мин бокс менән бәләкәйҙән ҡыҙыҡһына торғайным. Ул ваҡытта уның өсөн ауылда шарттар булманы. Турник эшләп, ҡапсыҡҡа ҡом тултырып груша яһап, бер ни тиклем үҙемде күнектерҙем, – ти Руслан Ғәлимйән улы үҙенең был спорт төрөнә килеүе хаҡында. – Өйләнеп, балалар үҫкәс, уларҙы ла үҙ-үҙен яҡлай алырлыҡ спортсы иткем килде. Оло улым Вадимға – 10 йәш, икенсе улым Илнурға биш йәш тулғас, уларҙы күрше Силәбе өлкәһенең Кропачево ауылына бокс түңәрәгенә йөрөттөм. М
Салауат районында бокс мәктәбе Әлкә ауылында үҫешә
22 сентября 202522 сен 2025
2 мин