Тирмән һәм Урмантау ауылдарындағы белем усаҡтары федераль программа ярҙамында заманса итеп эшләнде Мәктәптәрҙе капиталь ремонт программаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырыла. Программа федераль бюджеттан финанслана. Башҡортостан ремонтланған мәктәптәр һаны буйынса илдә 2-се урынды биләй – 181 мәктәп! Республика Башлығы Радий Хәбиров был мәсьәләне шәхси контролдә тота, һәр ваҡыт эш барышын күҙәтеп бара. Сөнки уның өсөн балаларҙың киләсәге һәм белем сифаты төп өҫтөнлөк булып һанала. Киләһе йылда республика тағы 3 миллиард һумға мәктәптәрҙе ремонтлай аласаҡ. Салауат районында федераль программа буйынса ике мәктәпкә капиталь ремонт эшләнде. 2022 йылда – Сафуан Әлибаев исемендәге Тирмән урта мәктәбе, 2023 йылда Урмантау төп мәктәбе биналалары төҙөкләндерелде. Был “стеналарҙы буяу” ғына түгел, ә белем биреүҙең сифатын бөтөнләй үҙгәрткән инфраструктураны комплекслы яңыртыу. Беҙҙең район миҫалында элекке совет осоронда төҙөлгән мәктәптәр хәҙерге заман зауығына
Салауат районында ике мәктәп капиталь ремонтланды
18 сентября 202518 сен 2025
1 мин