Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау идаралығы: Салауат һәйкәле реставрациянан һуң урынына ҡайтарыла Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлау идаралығы етәксеһе Салауат Ҡолбахтин халыҡтың хәүефләнеүе бушҡа тип ышандырҙы. Уның һүҙҙәренсә, Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау эштәре мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса федераль законға ярашлы алып барыла. Был процесҡа бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр индереү мөмкин түгел. «Салауат Юлаев һәйкәле урынына кире ҡайтарыламы тигән һорауға «эйе» тип яуаплайым! Реставрация эштәрен башҡарғанда федераль ҡануниәт талаптарын үтәмәгән өсөн яуаплы кешеләр енәйәт яуаплылығына тарттырылыуы ихтимал», – тип билдәләне Ҡолбахтин.
Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау идаралығы: Салауат һәйкәле реставрациянан һуң урынына ҡайтарыла
18 сентября 202518 сен 2025
~1 мин