Яңы уҡыу йылы, күптәргә кеүек, Миәшәгәр ауылы яугире өсөн дә әһәмиәтле. Уның улы быйыл беренсе класҡа барҙы. “Сельсовет” улын беренсе класҡа мәктәпкә үҙе илтте. “Сельсовет” 2022 йылда, ауыл биләмәһе башлығы вазифаһынан китеп, үҙ теләге менән МХО-ға юллана. Ул Доставалов исемендәге батальонда алғы һыҙыҡта йөрөй. Хәҙер офицер булараҡ, взвод командиры булып хеҙмәт итә. Ҡыҫҡа ваҡытлы ял ваҡытында яугир туғандарын һәм яҡындарын күрҙе, мәктәптә уҡыусылар менән аралашты. Шулай уҡ “Сельсовет” үткәргән Батырлыҡ дәресе күптәргә фәһемле булды. Ул МХО-ға киткәненә үкенмәүен белдерҙе. Фашистар беҙҙең сиктәрҙә тәртипһеҙлек ҡылғанда, Донбасстың тыныс халҡы ғазап сиккәндә, ул ситтә тороп ҡала алмауын әйтте. Яугир Рәсәй Федерацияһының бөтә яңы биләмәләрен тиерлек урап үткән. Ул Запорожье, Херсон өлкәләрендә, Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында булған. – Алғы һыҙыҡта һәр ваҡыт уяу булырға тура килә. Хәҙерге заман хәрби хәрәкәттәре дрон ярҙамында алып барыла, шуға күрә беҙҙең яугирҙәр аяҡ аҫтына т