Элизаға ышанабыҙ❤ 15 сентябрҙән 4 октябргә тиклем Мәскәүҙә “Рәсәй мисы-2025” милли матурлыҡ конкурсы үтә. Ул илебеҙҙе халыҡ-ара ҙур конкурстарҙа күрһәтеү хоҡуғына эйә. Башҡортостандан был конкурста Өфө агентлығы моделе, “башҡортсотан мисы-2025” республика конкурсы еңеүсеһе Элиза Сөләймәнова ҡатнаша. Уға 18 йәш, Сибайҙан. Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының 3-сө курс студенты. “Элиза беҙҙең студияла биш йәшенән шөғөлләнә, – ти агентлыҡ директоры Линара Таһирова. – Республикалағы барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша, яуаплы, маҡсатҡа ынтылыусан. Уға конкурсҡа әҙерләнергә “Рәсәй мисы”, “Рәсәй миссисы”, “Азия мисы” конкурстарының уҙған йылдарҙағы еңеүселәре Альбина Усманова менән Земфира Байдәүләтова ярҙам итте. Элизаның юғары һөҙөмтәгә өлгәшеренә ышанабыҙ”. Проектта илдән 50 ҡыҙ ҡатнаша, улар төбәк конкурстарында еңеү яулаған. Һынау тотоусыларҙы оҫталыҡ дәрестәре, репетициялар, экскурсиялар һ.б. көтә.