Найти в Дзене

Юбилейын госпиталдә ҡаршы алған

Мәсетле ауылынан махсус хәрби операция ветераны Артур Әнис улы ВӘЛШИН ҡыйыу яугир. Уға 60 йәш булһа ла, бындай яуаплы һәм ҡыйыу аҙымға икеләнмәйенсә барырға ҡарар итә. Сөнки башҡаса булдыра алмаҫ ине. Яугир МХО биләмәһенән аяҡһыҙ ҡайта.

Әңгәмәбеҙ Артур Вәлшиндың тормош һәм яу юлы тураһында.

– Артур Әнис улы, үҙегеҙ менән таныштырып үтһәгеҙ ине.

– Мин 1965 йылда Мәсетле ауылында тыуып үҫтем. 1972–1982 йылдарҙа тыуған ауылымда мәктәпте тамамланым, һуңынан егерме йылдан ашыу ауылда малсылыҡ тармағында эшләнем. Совхоз тарҡалғас, бик күп эш урындарын алыштырҙым, 2019–2024 йылдарҙа Өфө ҡалаһында эшләнем. Ҡатыным Рәфидә Рәфис ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙек.

– Махсус хәрби операцияға нисек барып эләктегеҙ?

– Тыуған илгә ҡурҡыныс янағанда, йәш кенә егеттәр уның өсөн баштарын һалғанда, ситтә тороп ҡала алманым. 2024 йылда контракт төҙөп, үҙ теләгем менән махсус хәрби операцияға юлландым.

Оло йәштә булғанға мине “Бабай” тип йөрөттөләр. Бер генә дошманды юҡ итһәм дә, йәш егеттәргә ярҙам, илемә файҙа булыр, тип уйланым. “Шторм” кесе штурмлау отряды составында хәрби әҙерлек үткәндән һуң шунда уҡ алғы һыҙыҡҡа ебәрмәнеләр, бер аҙ артта торҙоҡ. Яңы йыл алдынан ғына алға индек. Иң аптырағаным, һоҡланғаным шул булды: ундағы беҙҙең егеттәр бер-береһе өсөн утҡа-һыуға инергә әҙер, ярҙамсыл, көслө рухлылар. Мин унда бик куп дуҫтар таптым. Үкенескә күрә, бар яугирҙәр кеүек миңә лә күпте күрергә тура килде: шартлауҙарҙан имгәнгән һалдаттар, һәләк булған хеҙмәттәштәр...

– Аяғығыҙҙы нисек юғалтҡанығыҙҙы хәтерләйһегеҙме?

– 26 декабрҙә хәрби задание үтәгән саҡта пехотаға ҡаршы минаға эләгеп шартланым. Хеҙмәттәштәрем миңә тәүге ярҙам күрһәткәндән һуң, уттан һаҡлап, ситкәрәк һөйрәп алып барып һалып, үҙҙәре яңынан яуға ташланды. Шулай күпме ятҡанымды иҫләмәйем, уянып киткәндә госпиталдә инем. Табиптар “Аяғыңды бер-аҙ ҡыҫҡарттыҡ, бынан тыш тағы ла ике һөйәгең һынған” тинеләр. Юбилейымды госпиталдә ҡаршыланым. Бер айҙан һуң тағы ла бер операция эшләнеләр, ярты йыл госпиталдә ятып, протез алып, июлдә хәрби частан хеҙмәттән китеп, ауылыма таяҡҡа таянып ҡайтып килдем.

– Һеҙгә бихисап михнәттәр аша үтергә, хатта аяғығыҙҙы юғалтырға тура килгән. МХО-ға барғанығыҙға үкенмәйһегеҙме?

– Был һорауҙы миңә ҡайтҡас бик күптәр бирҙе. Тыуған илде һаҡлап, үҙебеҙҙең киләсәгебеҙ өсөн көрәшкән өсөн ниндәй үкенеүҙәр булһын инде?!

– Хәҙер хәлегеҙ нисек? Реабилитация нисек бара?

– Шөкөр, ауылыма ҡайтҡас, таяныр кешеләрем булды. Ҡатыным Рәфидә Рәфис ҡыҙы һәм ике улым менән донъя көтәбеҙ. Оло улыбыҙ Өфөнән ҡайтып, ярҙам итә, ейәндәребеҙ йәйен беҙҙә булды, әле генә уҡырға, тип ҡайтып киттеләр. Оҙаҡламай ҡатыным менән шифаханаға барырға йыйынабыҙ. Беҙ 34 йыл бергә йәшәйбеҙ. Мин уға бик ныҡ рәхмәтлемен.

– Беҙҙең районда ла аяҡтарын юғалтҡан, ауыр яраланған егеттәр бар. Уларға ни әйтер инегеҙ?
– Егеттәргә әйтер һүҙем шул: тормош дауам итә, донъя матур, төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ.

– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөү мәсьәләһе буйынса 117, 122 йәки 8(347) 218-19-19 телефон һандары аша, шулай уҡ “Минең документтарым” күп функциялы үҙәк офисына мөрәжәғәт итергә була. Һайлап алыу пункты номеры: 8(347) 248-29-31. Махсус хәрби операция зонаһында контракт хеҙмәте, хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында һорауҙарға яуаптар башбат.рф сайтында, телеграм чат-ботында (t.me/contractRBBot) бар. Салауат районында ирекле батальондар ойоштороу штабына түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин: Малаяҙ ауылы, СССР-ҙың 60 йыллығы урамы, 5-се йорт (Салауат ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһының 2-се ҡаты), телефондар: 8(987)592-70-59, 8 (903) 310-71-72.