Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Баймаҡ районының Байыш ауылының "Иҫтәлек" халыҡ фольклор ансамбленең быйыл 35 йыллыҡ матур юбилейы

Баймаҡ районының Байыш ауылының "Иҫтәлек" халыҡ фольклор ансамбленең быйыл 35 йыллыҡ матур юбилейы. Ансамбльдең ойоштороусыһы, тәүге етәксеһе- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Таштимерова Факиһа Набиулла ҡыҙы ! Бөгөн милли кейем көнөндә

юбилярҙарҙы ҡотлау өсөн Байыш ауылына Сибай ҡалаһынан "Талир тәңкә", Урғаҙа ауылынан " Ялан" фольклор ансамблдәре килде.

Баймаҡ районының мәҙәниәт бүлеге начальнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлназ Хәлидар ҡыҙы ансамбль ағзаларына һәм уның ветерандарына Рәхмәт хаты тапшырып, юбилей менән ҡотланы.

Байрамда төрлө йылдарҙа ансамбль составында булған апай-инәйҙәр ҡатнашты һәм бик матур сығыш яһаны.