🌹Байрам менән, дуҫтар! Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира АЙЫТҠОЛОВА: – Бөгөн Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә. Был датаны төбәктә 2020 йылдан йылына ике тапҡыр - апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында уҙғаралар. Милли кейем – һәр халыҡтың үҙенсәлеген сағылдырыуҙың бер ысулы ул. Халыҡ хәтерен һаҡлаусы, элекке быуындарҙың үҙенсәлекле мәҙәниәтен һәм сәнғәтен туранан-тура бөгөнгө осорға еткереүсе ғәмәл. Һәр мәҙәниәт өсөн был иң сағыу һәм уникаль күренештәрҙең береһе, үҙенсәлекле «паспорт». Һәр быуындың бурысы – милли-мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлап, артабанғы быуынға тапшырыу, традицион милли кейем аша милләт-ара аралашыу мәҙәниәтен тәрбиәләү. Ғөмүмән, милли кейем халыҡтың рухи байлығының, уның мәҙәниәтенең бер өлөшө булып тора. Һәр халыҡ өсөн традицион кейем - йәшәйеш көҙгөһө, һәм ул үҙенең үҫешенең һәр этабында хәҙерге заман образын сағылдыра: халыҡтың төп маҡсаттарын, өҫтөнлөктәрен, хатта кәйефен. Милли кейем бөгөн