Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Рәсәйҙә яман шеште дауалау өсөн вакцина уйлап табылған

Препарат клиникаға тиклемге һынауҙарҙы үтә, хәүефһеҙлеген һәм һөҙөмтәлелеген раҫлай. Вакцина бер нисә йыл, һуңғы өс йылда регламентланған клиникаға тиклемге тикшеренеүҙәр форматында эшләнә. Тесттар шештең ҙурлығы кәмеүен һәм уның үҫеше ауырыу төрөнә ҡарап 60-80 процентҡа әкренәйеүен, шулай уҡ пациенттарҙың йәшәү мөмкинлеген яҡшыртыуын күрһәтә. Тәүге ҡулланыу йүнәлеше колоректаль яман шеш буласаҡ. Глиобластомаға һәм меланоманың айырым төрҙәренә, шул иҫәптән күҙ тышсаһы меланомаһына ҡаршы вакциналар әҙерләүҙең һуңғы стадияларында тора, тип асыҡлыҡ индерә ТАСС. РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, йыл һайын колоректаль яман шештең 60 меңгә яҡын яңы осрағы асыҡлана, һәм ул илдә иң киң таралған өс онкологик ауырыу иҫәбенә инә. Онкологтарҙа бөгөн 4,4 миллиондан ашыу рәсәйле иҫәптә тора.

Препарат клиникаға тиклемге һынауҙарҙы үтә, хәүефһеҙлеген һәм һөҙөмтәлелеген раҫлай.

Вакцина бер нисә йыл, һуңғы өс йылда регламентланған клиникаға тиклемге тикшеренеүҙәр форматында эшләнә. Тесттар шештең ҙурлығы кәмеүен һәм уның үҫеше ауырыу төрөнә ҡарап 60-80 процентҡа әкренәйеүен, шулай уҡ пациенттарҙың йәшәү мөмкинлеген яҡшыртыуын күрһәтә.

Тәүге ҡулланыу йүнәлеше колоректаль яман шеш буласаҡ. Глиобластомаға һәм меланоманың айырым төрҙәренә, шул иҫәптән күҙ тышсаһы меланомаһына ҡаршы вакциналар әҙерләүҙең һуңғы стадияларында тора, тип асыҡлыҡ индерә ТАСС. РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, йыл һайын колоректаль яман шештең 60 меңгә яҡын яңы осрағы асыҡлана, һәм ул илдә иң киң таралған өс онкологик ауырыу иҫәбенә инә. Онкологтарҙа бөгөн 4,4 миллиондан ашыу рәсәйле иҫәптә тора.