Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Һолоноң шифалы үҙенсәлектәре тураһында беләһегеҙме

Һолоноң шифалы үҙенсәлектәре тураһында беләһегеҙме? Ә белгәндәр, файҙаһын күргәндәр, һолонан яһалған эсемлектәрҙең рецепттары менән уртаҡлаша. 🔸3 литр һыуға 9 ҡалаҡ һоло һалып, бер сәғәт талғын утта ҡайнатаһың. Төнгөлөккә шул килеш ҡалдыраһың, бығып ултырһын. Иртәгәһе көндө көнө буйына ошо төнәтмәне яйлап эсәһең. Хәлһеҙлектән яфаланғандарға көслө дауа ул.Ҡан баҫымын да нормаға килтерә. 🔸Бер стакан һолоно таҙартып, һыуҙа йыуырға.Термосҡа һалып, өҫтөнә бер литр ҡайнар һыу ҡойорға.Төнгөлөккә ҡалдырырға. Иртән торғас та, ашар алдынан ярты стакан эсергә, ҡалғанын - көн дауамында.Төнәтмә В төркөмө витаминдарына, ферменттарға, шифалы минераль матдәләргә бай булғанлыҡтан, нервы системаһын, йөрәкте, бауырҙы, ашҡаҙан - эсәк трактын дауалай. 🔸Бер аш ҡалағы һолоноң өҫтөнә ярты литр таҙа һыу ҡойоп, төнгөлөккә ҡалдырырға. Әгәр ҡан баҫымы юғары булһа, бер аш ҡалағы арпа ярмаһы өҫтәргә мөмкин. Иртәнсәк ошо ҡатнашманы ике минут ҡайнатып, ҡапҡасын ябып, тағы биш минут самаһы быҡтырырға. Уттан алып

Һолоноң шифалы үҙенсәлектәре тураһында беләһегеҙме?

Ә белгәндәр, файҙаһын күргәндәр, һолонан яһалған эсемлектәрҙең рецепттары менән уртаҡлаша.

🔸3 литр һыуға 9 ҡалаҡ һоло һалып, бер сәғәт талғын утта ҡайнатаһың. Төнгөлөккә шул килеш ҡалдыраһың, бығып ултырһын. Иртәгәһе көндө көнө буйына ошо төнәтмәне яйлап эсәһең. Хәлһеҙлектән яфаланғандарға көслө дауа ул.Ҡан баҫымын да нормаға килтерә.

🔸Бер стакан һолоно таҙартып, һыуҙа йыуырға.Термосҡа һалып, өҫтөнә бер литр ҡайнар һыу ҡойорға.Төнгөлөккә ҡалдырырға. Иртән торғас та, ашар алдынан ярты стакан эсергә, ҡалғанын - көн дауамында.Төнәтмә В төркөмө витаминдарына, ферменттарға, шифалы минераль матдәләргә бай булғанлыҡтан, нервы системаһын, йөрәкте, бауырҙы, ашҡаҙан - эсәк трактын дауалай.

🔸Бер аш ҡалағы һолоноң өҫтөнә ярты литр таҙа һыу ҡойоп, төнгөлөккә ҡалдырырға. Әгәр ҡан баҫымы юғары булһа, бер аш ҡалағы арпа ярмаһы өҫтәргә мөмкин. Иртәнсәк ошо ҡатнашманы ике минут ҡайнатып, ҡапҡасын ябып, тағы биш минут самаһы быҡтырырға. Уттан алып 10 минутҡа ҡуйып тороғоҙ һәм һөҙөп, әлеге һыуҙы көн дауамында ашар алдынан эсегеҙ. Ун көн эскәндән һуң шул сама ял итергә. Һөҙөмтәлә, холестерин нормаға килә, биттең төҫө үҙгәрә, организмдан тоҙҙар, шлактар сығарыла. Һоло һыуы бауырҙы, үт юлын, ҡан тамырҙарын таҙарта, йоҡоно көйләй.

🔸Ауырымайыҡ, һау булайыҡ. Һаулыҡ- ҙур байлыҡ, ти халыҡ мәҡәле.