Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, биология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһы һәм Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, ғалим, эколог Йәлил Төхвәт улы Һөйөндөковты 65 йәшлек күркәм юбилейы уңайынан ихлас ҡотлайбыҙ! ✅Урал аръяғында тупраҡты өйрәнеү, уның сифатын яҡшыртыу буйынса ихлас эшләүсе, һуңғы йылдарҙа күпләп йырҙар ижад итеүсе һәүәҫкәр композитор булараҡ билдәлелек яулап, бер ҡанатын фән, бер ҡанатын йыр итеп алыусы Йәлил Төхвәт улына ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, ижад ҡомары, ғаилә именлеге, үҙе артынан ныҡлы алмаштар әҙерләүҙә ҙур уңыштар теләйбеҙ.
Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, биология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһы һәм Рәсәй Тәбиғи фәндәр
20 сентября 202520 сен 2025
~1 мин