“Башҡорт аты” IV халыҡ-ара фестивале Баймаҡ районының Граф күле янында үтте. Был күләмле сараға Рәсәйҙең 12 төбәгенән вәкилдәр һәм 17 сит илдән ҡунаҡтар килгәйне. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башҡорт аты” фестивален асыу тантанаһында, унда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, сығыш яһаны. Был башҡорт тоҡомло аттарға арналған ҙур ғилми-мәғрифәтселек һәм мәҙәни-спорт сараһының республикала 2022 йылдан алып үткәрелеүен билдәләне ул.
Фестиваль йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙ эшләү традицияларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән. Граф күле эргәһенә атлылар, спортсылар, ғалимдар йыйылғайны. Фестивалдең тантаналы өлөшөн театрлаштырылған тамаша һәм аттар парады асты.
“Башҡорт аты” гимнының исем туйы фестивалде асыу тантанаһының иң сағыу ваҡиғаһы булды. Сараның төп йырына конкурс иғлан ителгәйне. Композитор Рәмил Туйсин еңеүсе булды. Ул “Башҡорт аты” гимнының барлыҡҡа килеү тарихын һөйләне.
Ат сабыштары бар халыҡтың иғтибарын яулаған матур тамаша булды. Тоҡомло hәм ярым тоҡомло, башҡорт тоҡомло аттар ярышта