Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Шахтанан эйәргә тиклем: башҡорт аттары парадында ҡатнашыусының тарихы

70 йәшлек Миңлебай Исмәғилев – «Башҡорт аты» IV халыҡ-ара башҡорт аты фестиваленең иң өлкән һыбайлыларының береһе. Ул үҙенең аты Буян менән беренсе рәттә килде. «Мин бит 35 йыл Гай ҡалаһында йәшәнем, шахтер булып эшләнем һәм ошо йылдар буйына аттарҙы һағындым. 2015 йылда, пенсияға сыҡҡас, ғаилә менән Йылайыр районына күстем һәм хыялымды тормошҡа ашырҙым – ат һатып алдым», – тине Миңлебай Фазләхмәт улы. 3 йәшлек Буянды парадта күрмәүе лә мөмкин түгел: уның йүгәне һәм теҙгендәре алтын ялатылған металл менән биҙәлгән. Хужа уларҙы яратҡан аты өсөн үҙе эшләгән. Ә уны был һөнәргә бала сағында атаһы өйрәткән. Аттар парады «Башҡорт аты» фестиваленең иң тулҡынландырғыс мәлдәренең береһе булды. Быйыл унда республиканың 25 районынан 430 баш ат ҡатнашты. Фото: «Башҡорт аты» фестиваленең матбуғат хеҙмәте.

70 йәшлек Миңлебай Исмәғилев – «Башҡорт аты» IV халыҡ-ара башҡорт аты фестиваленең иң өлкән һыбайлыларының береһе. Ул үҙенең аты Буян менән беренсе рәттә килде.

«Мин бит 35 йыл Гай ҡалаһында йәшәнем, шахтер булып эшләнем һәм ошо йылдар буйына аттарҙы һағындым. 2015 йылда, пенсияға сыҡҡас, ғаилә менән Йылайыр районына күстем һәм хыялымды тормошҡа ашырҙым – ат һатып алдым», – тине Миңлебай Фазләхмәт улы.

3 йәшлек Буянды парадта күрмәүе лә мөмкин түгел: уның йүгәне һәм теҙгендәре алтын ялатылған металл менән биҙәлгән. Хужа уларҙы яратҡан аты өсөн үҙе эшләгән. Ә уны был һөнәргә бала сағында атаһы өйрәткән.

Аттар парады «Башҡорт аты» фестиваленең иң тулҡынландырғыс мәлдәренең береһе булды. Быйыл унда республиканың 25 районынан 430 баш ат ҡатнашты.

Фото: «Башҡорт аты» фестиваленең матбуғат хеҙмәте.