Динар менән Илшатҡа уңыштар теләйбеҙ! «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестиваленең көрәш келәменә Башҡортостан, Дағстан, Силәбе өлкәһе һәм йыраҡ Төркмәнстандан килгән 150-гә яҡын спортсы сыға. Турнирҙа Хәйбулла көрәшселәре Динар Собханғолов менән Илшат Мәхмүтов та үҙ көсөн һынаясаҡ. Абсолют чемпионға бүләккә башҡорт аты тапшырыласаҡ! Уңыштар беҙҙең егеттәргә!