Ейәнсура, Ишембай, Мәләүез һәм Ауырғазы райондары ат парадында иң яҡшы ҡатнашыусылар тип танылды Башҡорт тоҡомло аттар парады IV «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестиваленең биҙәге һәм кульминацияһы булды. Тантаналы марш Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына, шулай уҡ бөгөнгө көндә Рәсәй мәнфәғәттәрен һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡлаған МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙәргә арналды. Дөйөм алғанда, ат парады республиканың 25 районынан 400-ҙән ашыу атты берләштерҙе. Атлылар, өлкәндәр һәм балалар, төрлө осорҙағы башҡорт яугирҙары костюмдарын кейгән ине.
Ейәнсура, Ишембай, Мәләүез һәм Ауырғазы райондары ат парадында иң яҡшы ҡатнашыусылар тип танылды
6 сентября 20256 сен 2025
~1 мин