Фестивалдә башҡорт аты гимны яңғыраны Башҡорт аты гимнының исем туйы - ул фестивалде асыу тантанаһының иң сағыу ваҡиғаһы. Бынан алда республикала фестивалдең төп йырына конкурс иғлан ителгәйне. Композитор Рәмил Туйсин еңеүсе булды. Ул «Башҡорт аты» гимнының барлыҡҡа килеү тарихын һөйләне. - Конкурс иғлан ителгәс, шағирә Фирүзә Абдуллина менән ҡатнашырға булдыҡ, - тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Рәмил Парижович. - Элек эстрада йырҙарын бергәләп ижад итеү буйынса уртаҡ тәжрибәбеҙ бар ине, һәм был идея беҙгә ҡыҙыҡлы тойолдо. Мин үҙем музыкант-фольклорсы, хәрби темаға арналған башҡорт халыҡ йырҙарында, көнкүреш йырҙарында ла аттар йыш телгә алыныуын яҡшы беләм. Шуға күрә артыҡ баш ватырға тура килмәне; һүҙҙәр ҙә, көй ҙә үҙенән- үҙе тыуҙы. Йырҙың яңғырашын замансараҡ итергә тырыштыҡ. Композитор әйтеүенсә, ул да, Фирүзә лә Баймаҡ районында үҫкән. Башҡорт атының гимнын ижад иткәндә бала сағын, тыуған ауылын йыш иҫкә төшөргән. - Был минең тарихым, уның менән илһамландым, — ти Рәмил Туйсин. Г