Найти в Дзене

Башҡортостан министрлыҡтары етәкселәре «Изге подписка»ны хупланы

Иртәнән «Урал аръяғы» бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә барған «Изге яҙылыу» акцияһында 80-гә яҡын кеше ҡатнашты.

Акцияға республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев һәм Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары - спорт министры Руслан Хәбибов ҡушылды. Ғәҙәттәгесә, акцияға Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев та ҡушылды.

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Тимур Хәкимов Башҡортостан яугирҙарының балалары өсөн 50 дана «Аҡбуҙат» журналын яҙҙырған. Башҡортостан Хөкүмәтенең мәғлүмәт оҙатыуы һәм киң мәғлүмәт саралары менән үҙ-ара эш итеү департаменты директоры Альбина Вәлиева МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләһенә «Башҡортостан» һәм «Йома» гәзиттәренә яҙылды.

- «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто һәм Рәсәй почтаһының «Изге яҙылыу» акцияһы - бик кәрәкле һәм яҡшы башланғыс. Унда йыл дауамында урындағы почта бүлексәләрендә, шулай уҡ «Матбуғат йорто»на килеп ҡатнашырға мөмкин, - тине Альбина Вәлиева «Моледежная газета» баҫмаһына.

Италия эшҡыуары Элио Каппиелло ла «Урал аръяғы-2025» инвестиция форумында «Изге подписка» акцияһына ҡушылды. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ғаиләһе өсөн «Аҡбуҙат» балалар журналына яҙылды.

Изге акция иртәгә, 6 сентябрҙә, «Башҡорт аты» фестивалендә дауам итә. Уға теләгән һәр кем ҡушыла ала.

Фото: «Моледежная газета».