«Башҡорт аты» фестивале ҡунаҡтарын 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашлығында театрлаштырылған тамаша көтә Был хаҡта фестивалдең мәҙәни программаһы режиссеры Сулпан Асҡарова һөйләне. Тамаша 6 сентябрҙә Баймаҡ районындағы Граф күле янында «Башҡорт аты» фестивален асыу тантанаһында була. Спектаклдең үҙәгендә - әлбиттә, ат, уның һәр заманда ла кешегә хеҙмәт иткән, хатта тамырҙары менән шәжәрә, мифологияға киткән легендар Аҡбуҙаттың ысынбарлығына күскән хеҙмәт тарихы. Шоуҙа Бөйөк Ватан һуғышы дәүерҙәре, «Урал батыр» эпосынан өҙөк сәхнәләштерелә. Сағыу сюжеттарҙың береһе – башҡорт халҡының боронғо йолаһы буйынса ышаныслы аяҡҡа баҫырға өйрәнгән сабыйҙы ата-әсәһе (йәш Салауат Юлаевтың прототибы!) атҡа ултыртып, ҡулына ҡымыҙлы һауыт тапшырасаҡ. Әйткәндәй, был сәхнә күренешен авторҙар милли батырыбыҙ тураһында нәфис фильмдарҙың береһендә «ҡарап ҡайтҡан». Режиссер һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре менән бергә Германияла Дондан Эльба йылғаһына тиклем юл үткән Миәкә районының Илсеғол ауылы айғ
«Башҡорт аты» фестивалендә театрлаштырылған тамаша була
5 сентября 20255 сен 2025
1 мин