Ишмырҙалар яугирҙәргә тәмле күстәнәс әҙерләне Бөгөн Баймаҡ районының “Беҙ бергә” ирекмәндәр төркөмө Ишмырҙа ауылында эшләне. Уңған ҡатын-ҡыҙҙар бергәләшеп төрлө емеш-еләктәрҙән ҡаҡ ҡойҙо. Рәүфә Бикәстан ҡыҙы әхирәттәрен үҙенең ишек алдына йыйып, ҙур мәртәбәле эште атҡарып ҡуйҙы...