🍁Сентябрь айына һынамыштар 🍂Беренсе сентябрҙә йылы булһа, бөтөн көҙ йылы булыр, әгәр шул көндә ел булһа, киләһе йәй ашлыҡ насар булыр. 🍂Сентябрҙә ҡар күренһә, ҡырҡ көн аяҙ булыр. 🍂Сентябрь аяҙ булһа, ҡыш һалҡын булыр. 🍂Торналар өҫтән осһа, матур, йылы көҙ оҙаҡ торор. 🍂18 сентябрҙә ҡыр ҡаҙҙары китһә, октябрь башында ҡар ятыр. 🍂Әгәр көҙөн ҡайын япраҡтары ағастың осонан һарғая башлаһа, яҙ иртә, аҫтан һарғайһа — һуң килер. 🍂28 сентябрҙә балыңды ҡара, умартаңды баҙға төшөр. 🍂Ай башында күк күкрәһә, көҙ оҙаҡ килер.