5-6 сентябрҙә Баймаҡ районының Граф күле буйында «Башҡорт аты» этно-мәҙәни фестивале уҙғарыласаҡ. Программала һыбайлыларҙың сығыштары, концерт, халыҡ уйындары, һөнәрҙәр йәрминкәһе һәм оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеләсәк. Фестиваль барышында «Башҡорт аты – Башҡортостан бренды» документаль фильмының промо-ролигы тәҡдим ителәсәк. Проект Башҡортостан Республикаһы башлығы гранттары ярҙамында тормошҡа ашырылды һәм Башҡортостандың йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү, халыҡ кәсептәре традицияларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелде.
Фильм шулай уҡ башҡорт тоҡомло аттарҙы популярлаштырыуға, Федераль һәм халыҡ-ара кимәлдә «Башҡорт аты» брендын үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Фильмды республиканың төрлө райондарында, шул иҫәптән Баймаҡ районында төшөрөлә, унда йылҡысылыҡ традициялары айырыуса һаҡланып ҡалған. Тыуған яҡ матурлығы, билдәле башҡорт аты һәм башҡорт теле шулай уҡ фильмдың “геройҙары”на әүерелде. Был региондың туристик мөмкинлеген үҫтереүгә һәм башҡорт мәҙәниәтен сит илдәрҙә популярлаштырыуға булышлыҡ итә.
Филь