Райондың белем биреү учреждениелары “ПАЗ” һәм “ГАЗель”дәр алды Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был аҙнала Өфөлә белем биреү учреждениелары директорҙарына мәктәп автобустары һәм еңел автомобилдәрҙең асҡыстарын тапшырҙы. Яңы уҡыу йылы алдынан Салауат районының биш мәктәбе автобус алды. Атап әйткәндә, Мөрсәлим урта мәктәбенә – “ПАЗ” автобусы, Әлкә, Лаҡлы урта мәктәптәре, Мәсетле, Йыланыш төп мәктәптәренә 16 урынлы “ГАЗель” маркалы микроавтобус бирелде. – Ғәҙәттәгесә, 1 сентябрь алдынан балаларыбыҙ өсөн яңы техника тапшырабыҙ. Республиканың ҡала һәм райондарына рекордлы һанда – 200-ҙән ашыу автобус һәм машина – юлланасаҡ. Был – көн һайын мәктәпкә йөрөгән балалар өсөн өҫтәмә хәүефһеҙлек, уңайлылыҡ. Мәктәп автобустары водителдәренә мөһим һәм бик кәрәкле хеҙмәте, балаларға ҡарата яҡшы мөнәсәбәте өсөн рәхмәт белдерәм, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров тантанала. Мөрсәлим урта мәктәбе директоры Артур ҒӘЛИУЛЛИН: – Беҙ бөгөн 23 урынлыҡ яңы “ПАЗ” автобусы алдыҡ. Уны тәжрибәле водителебеҙ
Салауат районының биш мәктәбе яңы автобуслы булды
29 августа 202529 авг 2025
1 мин