Рәсәй студенттар отрядтарының (РСО) етмеш вәкиле «ТИТАН-2» холдингы менән берлектә Мысырҙа «Эль-Дабаа» атом электр станцияһы төҙөлөшөндә ҡатнашты. Ул - илдәге тәүге атом электростанцияһы, файҙаланыуға тапшырылғандан һуң Африкала иң ҙуры буласаҡ. Хеҙмәт десанты объектта 13 июлдән 26 авгусҡа тиклем «Дюна» халыҡ-ара студенттар отряды составында эшләне, тип хәбәр итә «Молодежная газета» баҫмаһы. Дәүләт Думаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары һәм Рәсәй студенттар отрядтарының Күҙәтеү советы рәйесе Михаил Киселёв билдәләүенсә, ойошма менән холдинг араһындағы партнерлыҡҡа 10 йыл тулды. Тәүге отряд Ленинград АЭС-ы төҙөлөшөндә 2015 йылда уҡ эшләгән, ошо ваҡыт эсендә 300-ләгән РСО ағзаһы компанияның штаттағы хеҙмәткәрҙәре булып киткән. Студент отрядтары хәрәкәте йәштәрҙе үҫтереү һәм илдең кадрҙар потенциалын нығытыуҙың һөҙөмтәле ҡоралы булып ҡала, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. Рәсәй атом тармағы һәм холдинг өсөн юбилей йылында отряд составында бик күп студенттар - илд
Рәсәй студенттары Мысырҙа атом электр станцияһы төҙөлөшөндә ҡатнашты
8 сентября 20258 сен 2025
1 мин