Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Ауыл урамынан үттем

Ауыл урамынан үттем, Иҫкә алып йәшлекте. Өйҙәре танырлыҡ түгел, Юлдары ғына иҫке. Һикәлтәле ауыл юлы, Өйҙәре бер урамлы. Йәштәр түгел ололары, Яңынан төҙөй донъяны. Эй ауылым, ауылҡайым, Һағындыраң һин беҙҙе. Һиндә үҫкән бала саҡтың, Ҡайҙа икән эҙҙәре? Ауыл урамынан үттем, Күҙгә йәштәр тығылды. Сығып ултырған әбейҙәр, Ҡайҙа китеп юғалды? Күҙ алдымда һаман тора, Ғәмһеҙ, әрһеҙ бала-саҡ. Саң туҙҙырып йүгергән саҡ, Ҡалды хәҙер бик йыраҡ. Атай ҙа юҡ, әсәй ҙә юҡ, Улар бары хәтерҙә. Гөрләп торған ауылыбыҙ, Иҫкә төшә хәҙер ҙә. Фәниә Сыңғыҙова (Мөхәмәтшина)

Ауыл урамынан үттем,

Иҫкә алып йәшлекте.

Өйҙәре танырлыҡ түгел,

Юлдары ғына иҫке.

Һикәлтәле ауыл юлы,

Өйҙәре бер урамлы.

Йәштәр түгел ололары,

Яңынан төҙөй донъяны.

Эй ауылым, ауылҡайым,

Һағындыраң һин беҙҙе.

Һиндә үҫкән бала саҡтың,

Ҡайҙа икән эҙҙәре?

Ауыл урамынан үттем,

Күҙгә йәштәр тығылды.

Сығып ултырған әбейҙәр,

Ҡайҙа китеп юғалды?

Күҙ алдымда һаман тора,

Ғәмһеҙ, әрһеҙ бала-саҡ.

Саң туҙҙырып йүгергән саҡ,

Ҡалды хәҙер бик йыраҡ.

Атай ҙа юҡ, әсәй ҙә юҡ,

Улар бары хәтерҙә.

Гөрләп торған ауылыбыҙ,

Иҫкә төшә хәҙер ҙә.

Фәниә Сыңғыҙова (Мөхәмәтшина)