Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Асыуланма балам уйламайса

Асыуланма балам уйламайса, Әгәр һиңә ауыр һүҙ әйтһәм. Ҡабул булыр изге доғаларым, Аллаһынан һорап теләһәм. Һәр нимәне йөрәгеңә алма, Сабырлыҡҡа балам ни етә. Донъя көткәс төрлө саҡтар була, Ҡайһы саҡта йөрәкте өтә. Юлдарыңа сығыр төрлө кеше, Көнләшкәне,йәки көлгәне. Насар кешеләрҙән урап уҙ һин, Яҡшы дуҫтар көт һин килгәнен. Асыуланма балам уйламайса, Ҡаты һүҙем менән рәнйетһәм. Тик бел балам йөрәгемдә ята, Бары һеҙгә изге теләгем. Фәниә Сыңғыҙова(МӨХӘМӘТШИНА)

Асыуланма балам уйламайса,

Әгәр һиңә ауыр һүҙ әйтһәм.

Ҡабул булыр изге доғаларым,

Аллаһынан һорап теләһәм.

Һәр нимәне йөрәгеңә алма,

Сабырлыҡҡа балам ни етә.

Донъя көткәс төрлө саҡтар була,

Ҡайһы саҡта йөрәкте өтә.

Юлдарыңа сығыр төрлө кеше,

Көнләшкәне,йәки көлгәне.

Насар кешеләрҙән урап уҙ һин,

Яҡшы дуҫтар көт һин килгәнен.

Асыуланма балам уйламайса,

Ҡаты һүҙем менән рәнйетһәм.

Тик бел балам йөрәгемдә ята,

Бары һеҙгә изге теләгем.

Фәниә Сыңғыҙова(МӨХӘМӘТШИНА)