Владимир Путин Трамп менән 18 августа Вашингтонда Зеленский һәм Европа илдәре лидерҙары ҡатнашлығында үткән һөйләшеү һөҙөмтәләре тураһында әңгәмәләште. Телефондан һөйләшеүҙә Рәсәй һәм АҠШ президенттары украин һәм башҡа халыҡ-ара мәсьәләләр буйынса үҙ-ара килешеп эш итеүҙе нығытыу идеяһын тикшерҙе. Рәсәй Федерацияһы Президенты ярҙамсыһы Юрий Ушаков хәбәр итеүенсә, дәүләт башлығы Трамптың Украиналағы хәлде яйға һалыуға килтергән ҡарарҙар эҙләүҙәге тырышлығы мөһим булыуын билдәләне. «Артабан Владимир Путин һәм Дональд Трамп Рәсәй һәм Украина делегациялары араһында туранан-тура һөйләшеүҙәрҙе дауам итеүҙе хуплауҙарын белдерҙе. Атап әйткәндә, Украина һәм Рәсәй яҡтары вәкилдәренең, йәғни туранан-тура һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашҡан вәкилдәрҙең кимәлен күтәреү мөмкинлеген өйрәнергә кәрәк тигән идея тикшерелде. Владимир Путин һәм Дональд Трамп артабан да бер-береһе менән украин һәм башҡа халыҡ-ара мәсьәләләр буйынса тығыҙ бәйләнештә булырға һөйләшеп килеште». Путин Америкалағы коллегаһына Аляскалағы йы
Трамп Путинға Зеленский менән һөйләшеү һөҙөмтәләре тураһында хәбәр итте
19 августа 202519 авг 2025
1 мин