Урмансы ауылында йәшәүсе педагогик хеҙмәт ветераны, яратҡан әсәй, өләсәй, күркәм ҡатын Люда Хөсәйенова бөгөн 85 йәшлек юбилейын билдәләй. Ул 30 йыл ғүмерен мәктәпкә, балаларға, яратҡан эшенә бағышлаған. Люда Фәхретдин ҡыҙы 1940 йылда Ҡалмаҡтар ауылында колхозсы ғаиләһендә 5 -се бала булып донъяға килә. Атаһын бөтөнләй белмәй, сөнки ул 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышына алынып, Сталинград яуында батырҙарса һәләк була. Әсәһенә 5 ҡыҙҙы тәрбиәләп үҫтереп, кеше итергә тура килә. Ҡыҙҙарҙың өсөһө юғары белемле уҡытыусылар була.
Люда Иҫке Ҡаратаулы мәктәбен тамамлағас, 1959 йылда уҡытыусы булып хеҙмәт юлын башлай. Ике йыл эшләгәс, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инеп, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып сыға. 13 йыл Лағырҙа уҡытҡас, тормош иптәше Нурмөхәмәт Ғәйфулла улының тыуған Урмансы ауылына төпләнеп, унда икеһе лә педагогик хеҙмәт юлдарын дауам итә.
Күп йыллыҡ хеҙмәте һәм балаларҙы уҡытыуҙа, тәрбиәләүҙәге уңыштары өсөн 1978 йылда Люда Фәхретдин ҡыҙына “Өлгөлө хеҙмәт өсөн