🍎АВГУСТ ЕҪТӘРЕ...🍎 Һауаларҙа - алма еҫе генә, Август еҫе генә... Илаһым!.. Күк тишелгән хәлдә лә бит Йыһан Белеп кенә үтәй йолаһын. Быйыл көн күрмәне ерҙең өҫтө, Түгелде лә күктәр түгелде. Ҡояш йылыһынан мәхрүм донъя Ҡояш төҫтәренән төңөлдө. Ә алмалар барыбер алһыуланған! Төҫтәренән ҡояш көнләшә... Август төнө йылы көткәндәргә Услап - услап алма өләшә... Үрелеп ал да - устарыңда йылыт, Тәмдәрен той тәүҙә йәнеңдә. Йән иреһә генә тәмләгәндең Йылылығы ҡала тәнеңдә... Һауаларҙа - август еҫе генә... Ҡырау ҡатыш алма еҫтәре... Алмаларға әүрәгәнде лә бит Ҡыраушыта ғүмер кистәре... Һауаларҙа - август еҫтәре... Ғәлиә Кәлимуллина.