Найти в Дзене

Мәңгегә бергә

Һуңғы арала теге мең тапҡыр бер үк киноны ҡарағандай бер төрлө төш күрә егерме биш йәшлек Зөбәржәт. Ул күҙҙең яуын алырлыҡ сағыу төҫлө матур милли кейемдә атта саба(теге “Ете ҡыҙ” ҙағы бейеүсе һомғол ҡыҙҙарҙыҡы һымаҡ), ҡупшы ғына итеп үрелгән  ауыр ҡара толомдарының осонда көмөш тәңкәләр ихлас сыңлай, ул бәхеттең етенсе күгендә, шул хәтлем шат, үҙе лә аңламай нимәгәлер кинәнеп алсаҡ көлә… (Инде тарихҡа әйләнгән үткән заманмы был, әллә теңкәһенә тейгән бөгөнгөмө?)  Һәм ул һис кенә лә бер үҙе түгел, (Я Раббым төштәрендә булһа ла ул яңғыҙ түгел)… Артынан … кем?... Шулай уҡ милли кейем кейгән егет саба ахыры … Тик йөҙөн генә сырамытмай, нисек кенә тырышһа ла төҫмөрләй алмай… Йөҙө була торған ерҙә томан. Бына егет яҡыная, йөҙө асылғандай төҫлө шул мәл Зөбәржәт уяна ла ҡуя ҡәһәрең! Бер тапҡыр ғына түгел, инде әллә нисә тапҡыр шулай һаташыуы уны ҡурҡыта, аптырата, көндәр буйы  шуны уйлап тик йөрөй… Төшөндә бөтә нәмәне асыҡ күрә, һуҙылып киткән ҡайынлы урман сите, йәшел хәтфә үлән, арыраҡ та

Фото из свободного поиска
Фото из свободного поиска

Һуңғы арала теге мең тапҡыр бер үк киноны ҡарағандай бер төрлө төш күрә егерме биш йәшлек Зөбәржәт. Ул күҙҙең яуын алырлыҡ сағыу төҫлө матур милли кейемдә атта саба(теге “Ете ҡыҙ” ҙағы бейеүсе һомғол ҡыҙҙарҙыҡы һымаҡ), ҡупшы ғына итеп үрелгән  ауыр ҡара толомдарының осонда көмөш тәңкәләр ихлас сыңлай, ул бәхеттең етенсе күгендә, шул хәтлем шат, үҙе лә аңламай нимәгәлер кинәнеп алсаҡ көлә… (Инде тарихҡа әйләнгән үткән заманмы был, әллә теңкәһенә тейгән бөгөнгөмө?)  Һәм ул һис кенә лә бер үҙе түгел, (Я Раббым төштәрендә булһа ла ул яңғыҙ түгел)… Артынан … кем?... Шулай уҡ милли кейем кейгән егет саба ахыры … Тик йөҙөн генә сырамытмай, нисек кенә тырышһа ла төҫмөрләй алмай… Йөҙө була торған ерҙә томан. Бына егет яҡыная, йөҙө асылғандай төҫлө шул мәл Зөбәржәт уяна ла ҡуя ҡәһәрең! Бер тапҡыр ғына түгел, инде әллә нисә тапҡыр шулай һаташыуы уны ҡурҡыта, аптырата, көндәр буйы  шуны уйлап тик йөрөй… Төшөндә бөтә нәмәне асыҡ күрә, һуҙылып киткән ҡайынлы урман сите, йәшел хәтфә үлән, арыраҡ тауға олғашҡан тауҙар, ә ҡояшы шундай сағыу, ә күктәр шундай зәңгәр… Бер шағир әйтмешләй, ҡанатһыҙ ҙа осоп китерлек… Ә ул балитәкле оҙон ҡыҙыл күлдәктә, нағышлы ҡара елән,( шул хәтлем килешә уға был кейем), ә атта ҡалай оҫта ултыра, әйтерһең дә ул ат менән бер бер бөтөн… Ел ыңғайына толомдары артҡа оса, итәктәре елберләй. Ниңә был төш ҡабатлана икән йыш? Бына шуны һис кенә лә аңлай алмай. Ә ниңә артынан сапҡан егеттең йөҙөн күрмәй һуң… Был төш уны сығырынан сығарҙы, хатта йоҡларға ла ҡурҡа башланы.

  • Берәй егет менән осрашырға кәрәктер ул һиңә, ҡасандан бирле яңғыҙһың…

Шулай тигән булды әйләнгән һайын  егет алмаштырған әхирәте. Ысынлап та эш шундамы икән, йәшерәк саҡтарҙа, студент ҡына булған мәлдәрҙә бер-ике егет менән осраштырғылағайны. Һуңынан бының ҡыҙығы бөттө. Ҡыҙығынан бигерәк, тормошонда быға урын ҡалманы. Ул башкөллө эшкә сумды, аҡса эшләргә кәрәк ине, кинәт кенә әсәһен 3 бала менән ҡалдырып атаһы ваҡытһыҙ мәрхүм булып ҡуйғас… Ниндәй егет ҡайғыһы ти, әсәһе яратҡан ирен юғалткас, ҡара шәүләгә әйләнде… Зөбәржәткә ике һеңлеһенә, ете йәшлек Әсмәгә һәм ун йәшлек Гөләмзәгә атай ҙа әсәй ҙә булырға тура килде. Тиҫтерҙәре ғишыҡ утында янғанда, ул иркәләрен нисек аяҡҡа баҫтырырға икән тип баш ватты. Артынан йөрөмәнеләр түгел, йөрөнөләр. Ләкин атаһы үлгәндән бирле, тәҙрә мөйөшөндә бер нөктәгә төбәлеп ултырған ҡәҙерле кешеһен күрһә, йөрәге ярылырҙай ине… 

Ә бөгөн иртән әсәһе сыҡҡан да йорттан юҡ булған. Ҡото осҡан ун йәшлек Әсмә шылтыратты. Ҡаланан бар эшен ташлап, ауылға сапты “пятнашкаһында”. Юл ыңгайы ауылдаштарына шылтыратты. Арғы оҫта йәшәгән Хәмит бабай йылға буйында берәү йөрөй ине, әсәйең булманы микән тигәйне ҡойолдо ла төштө. Машинаһының тиҙлеге шәп ине, саҡ юлдан османы. Шулай ҙа насар уйҙы ҡыуып, үҙен ҡулға алырға тырышты. Булырға мөмкин түгел! Әсәһе ундайҙарҙан түгел! Нисек инде өс балаһын, ғәзиздәрҙән-ғәзиз өс ҡыҙын ташлап… Юҡ, юҡ ирһеҙ ҡалдым тип кенә ул аҙымға бармаҫ та…

Төп юлдан ауылға кереп тә тормайынса, ул текә ярлы йылға яғына елдерҙе. Тик һуң ғына булмаһын, ошо арала былай ҙа эсе бошоп йонсотто, әллә бер төрлө бер ниндәй үҙгәрешһеҙ көндәлек ялҡыттыммы, әллә ысынлап та әхирәте әйтмешләй яңгыҙлығы алҡымына төштөмө, аңҡы тиңке булып тик йөрөнө. 

Ни өсөн әсәһе әҙерәк балаларын уйламай икән, хатта асыуы ҡабарғандай тоя, был хистәренән уға оят та, әммә атайһыҙ уларға ла бит еңелдән түгел, әмма ҡалай булһа ла тормош дауам итә …

Шул уйҙар менән ул яр буйына килеп туҡтаны. Ҡарашы менән яр буйын, туғайҙы байҡаны… Бейек ярҙың янына яҡыныраҡ килде, ипләп кенә аҫҡа күҙ һалырға ине иҫәбе. Шул мәл аяҡ аҫтындағы ерҙең убыла башлауын һиҙҙе, ах, иҫәр, шулай яр ситенә яҡын киләләрме… Был ерҙә тәрән тиҙәр ине, йөҙөүен йөҙә белә лә ул… Ул ярҙағы үләнгә тотоноп маташты, әммә уларҙы ла һыпырылып аҫҡа устары аҫтында таралды… хатта ҡысҡырырға ла өлгөрмәне, шап итеп һыу өҫтөнә килеп төшөп төпкә китте… 

Ирхан ошо йәй эсендә  бар республиканы урап сыҡҡандыр... Күбә эсендә энә эҙләүгә тиң булһа ла, төштәренә кереп яфалаған аҡланды( яфалаған тип әйтеү дөрөҫмө икән?) табыу ниндәйҙер идея фиксҡа әйләнде. Ә бит ундай урындың булмауы ла мөмкин. Ләкин ни өсөндөр шундай яландың барлығына бар күңеле менән ышана ине. Ул хатта шул  төшөндә күргән уратып алған ағастар ҡамауында йәшенеп кенә йәйрәп ятҡан ул сәскәле аҡланды альбом битенә күсерҙе, ҡасандыр әсәһе көсләп тигәндәй йөрөткән рәссам дәрестәре бушҡа булмаған тимәк. Төрлө бәйләнеш селтәрендәге төркөмдәргә, чаттарға һалды. Был төштөң ысынбар булыуына һис тә шикләнмәүенә үҙе лә аптырай. Шунан бер көн  уның менән бәйләнешкә бер үҫмер сыҡты. Һәм фото ебәрҙе. Ирхан төшөндәге аҡландың ул фотолағы аҡлан менән бер үк икәнлеген шунда уҡ таныны. Ни өсөн эҙләгәнен ул хатта аңғармай. Тик ниндәйҙер көс уның менән идара иткәндәй. Ул көскә ҡаршы барырлыҡ түгел. Был төш уға ниндәйҙер бер мөһим нимә төшөндөрөргә теләгәндәй. Тик нимә? Ярай үҙенә баш үҙенә түш, фрилансер-программист булғас эшен ер шарының теләһә ниндәй еренән башҡара ала. Шуға күптән эҙләгән  урындың фотоһын алғас, ҡайҙа икәнлеген белешкәс, шул көн үк юлға сыҡты. Унан алда ул тағы бер төш күрҙе: ул аҡланда хәҙер яңғыҙ түгел, ә ҡыҙ менән. Икеһе лә милли башҡорт кейемендә, тик бына ҡыҙҙың йөҙөн күрмәй…Был ни ғиллә? Ул хатта төш китабынан да был төштөң мәғәнәһен эҙләне. Әммә яуаптар уны ҡәнәғәтләндермәне. 

Ниһәйәт, төшө ысынбарлыҡҡа әйләнә  торған көнө бөгөн. Өфөнән сағыштырмаса йыраҡ та түгел, өс сәғәт һәм бына ул аҡлан урынлашҡан ауыл ситендә йылға буйында. Юҡ, тәбиғәт ҡосағында рәхәт шулай ҙа. Ә һауаһы, ара-тирә ҡоштар һайрауы ғына бүлгән тынлығы… “Ауыл тирәһенә күсергәме әллә?” Был хаҡта уйларға кәрәк әле. 

 Ул салбарын тубыҡҡа тиклем бөкләне, аяҡ кейемен дә сисмәй( сандалийҙы сисмәһәңдә була инде) һыуға төштө. Һалҡын ғына шулай ҙа, әммә рәхәт. Табаны янында шунда ваҡ себәрә өйөрөлә башланы. Уларҙы бер аҙ күҙәтеп торҙо. Ул ипләп кенә табанын һелкте, ваҡ балыҡтар тирә яҡҡа йылп итеп таралды. Эйелеп ҡулдарына һыу усланы ла битенә һирпте.  Көнө буйы йыйып кигән эҫелек йөҙөнән ниһайәт китте. Футболкаһын күтәреп битен, ҡулын һөрткәс, һыуҙан сыҡты ла тирә-яҡты байҡай-байҡай яр буйынан һалмаҡ ҡына атланы. Йылғаның бер яры уғата бейек. Аҫтан ҡурҡыныс ҡына күренә.  Хоҙай ҡушмаһын унан ҡолап төшөргә. Ҡырсынташ менән ҡапланған  йылға буйында ниндәйҙер ҡороған ағас ятҡанын күрҙе һәм шунда барып ултырҙы Ирхан. Ул эҙләгән урын ҡайҙалыр ошо тирәлә. Теге егет байтаҡ ҡына фотолар ебәргәйне. Бушҡа түгел инде. Егет көлөмһөрәп ҡуйҙы. Йәштәр отҡор хәҙер, һәр нәмәне аҡсаға әйләндерергә генә торалар. Шул мәл һыуға нимәлер осоп төшкән һымаҡ тауыш яр буйындағы кинәнгес тынлыҡты боҙҙо. Тертләп Ирхан һикереп торҙо хатта. Тауыш сыҡҡан яҡҡа ялтанды. Эйе, кемдер бейек ярҙан осоп төштө ахыры, ул бер мәл уйлап та тормайынса һил генә ағып ятҡан ағымдан кемдер уны борсоғанға ярһыған төҫлө асыулы тулҡын менән тулған йылғаға һикерҙе.

Зөбәржәт ауыр бер таштай һыу аҫтына инеп киткән ыңғайы( ә бит бер илле килограмм ғына ауырлығы) ҡулдары аяҡтары менән ихтыярһыҙҙан сәбәләнә башланы, ҡалай булһа ла һыу менән тотлоҡмаҫ борон һыу өҫтөнә сығырға кәрәктер ул… Шул мәл тағы ла шапылдаған тауыш ишетелде… Ә бер аҙҙан уны ниндәйҙер көслө ҡулдар матҡып эләктереп алды… Кинәт хәлһеҙләнгән һул ҡулы менән битенән сәстәрен һыпырып күҙҙәрен асһа, ниндәйҙер егет уны яр буйына алып сығып барғанын аңғарҙы… Күптән тәненә ир ҡағылғаны булмағас, (яңғыҙлыҡ касафатымы?), сәйер тулҡын таралды тәне буйлап… Кейеме аша лә ул тулышҡан янбаш һәм беләктәрҙең көсөн тойҙо… Кем икән, ауылдағы бар егеттәрҙе белә, хатта ҡунаҡҡа килеп йөрөгәндәрҙе лә…Күрше Әминә апай уны һәр аҙна бер егет менән таныштырып маташа бит… Ә был  кем икән? Ул ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына башын күтәрҙе, тик егетте таныманы... Ҡаланан берәй мажорҙыр әле. Егет уға эйелеп ҡарамай ҙа, ҡасандыр бер юғалтып, һәм ниһайәт шул әйберен тапҡандай  яр буйына табан алып китеп бара…

Бына егет уны иң ҡәҙерле әйбере һымаҡ ипләп кенә ҡырсыташтағы теге ҡороған ағас янына һөйәне.

Ә Зөбәржәт хәлһеҙләнеп арҡаһын терәне. Егет уның янына сүкәйҙе.

— Нисек һин? 

Ҡыҙ уға башын күтәрҙе. Кем булһа ла был егет, ҡотҡарыусыһы бит, уның менән һүҙ көрәштерергә теләге лә, хәле лә юҡ ине. 

— Ярайһы былай… Рәхмәт!

Битенә йәбешкән сәстәрен һыпыштырғаланы. Телефонын кеҫәһенән һөйрәп сығарҙы. Ошондай мәлдә бәйләнешһеҙ ҡалыуы бик насар бит инде.

Бер ни өндәшмәйенсә, уға ҡарап ултырған егеткә йәнә күҙ һалды. 

— Ҡара әле…Күрмәнеңме ошонда берәй олораҡ ҡатынды, әсәйемде эҙләп йылға буйына килгәйнем…

— Мин һине тормош менән хушлашырға йыйындыңмы әллә тип уйлай ҡуйғайным..

Егет яғымлы ғына көлөмһөрәне. Үҙенсә күңелен күтәрәм, тиме.

— Юҡ, тормоштоң ул хәтлем биҙмәганмен әле… ҡара әле һин кем, бер ҙә күргәнем юҡсы һине…

— Кем тип әйтәйем икән, сәйәхәтсе тиһәң дә була, ошо тирәлә матур бер йәйләү бар тиҙәр шуны эҙләп йөрөйөмсө…

— Зөбәржәт яланынмы?

— Эйе, тап шул..

Атаһы менән әсәһе танышҡан ул урынды белмәй түгел ул белә, әлбиттә… Тәүге мөхәббәт емештәренә шуға ла Зөбәржәт тип ҡушҡандар ҙа. Эх, әсәй әсәй һинең менән барыһы ла яҡшылыр ҙа… Артыҡ бер-береңде яратыу бигүк һәйбәт нәмә түгелдер ҙә. Әммә ул иҫ белгәне бирле уны донъяға килтергән яҡындарының шундай мөкиббән ғашиҡ булыуҙарына һоҡланып йәшәне. Улар араһында нидәйҙер илаһи бәйләнеш бар һымаҡ ине. Эх, атай, атай, ниңә улай иртә беҙҙе ҡалдырып киттең икән?...

Шунан башына ҡылт итеп уй төштө: әсәһе шул яланда түгелме икән? Ул һикереп торҙо ла ерек һәм муйыл менән тулған туғай эсенә атланы.

Егет ни өсөндөр уның артынан эйәрҙе.

— Мин иптәшкә барайым әле. Ҡаршы түгелһеңдер ҙә…

— Әллә инде, кем икәнлегеңде белмәйем дә, уйыңда ни икәнлегең дә… 

— Һине ҡотҡарған кешегә шик менән ҡарайһыңмы…

  • Был донъяла бер нигә лә, бер кемгә лә ышанырға ярамай…

Зөбәржәттең уны тыңларға ваҡыты ла юҡ ине, ул нимәнелер инҡар итергә теләгәндәй ашығыс- ашығыс атланы… Ул яланға табан бер ярты сәғәт бараһы,артынан ҡалмай килгән егет сәйер һәм ҡурҡыу ҡатыш хистәр уятһа ла, артынан килгәненә иғтибар ҙа итмәне… Был ваҡыт уны әсәһен иҫән-һау табыуы ғына борсоно. 

Йылға буйында күбеһенсә еректәр генә үҫә, көтөү йөрөп ағас араһын тапап, тиҙәккә күмеп бөткән .. Ат тиҙәге лә етерлек, әсәһе менән шуның артынан йыш килә торғайнылар мунса һыларға кәрәк тип… Еҫе күңелен болғандыра, ә әсәһе яланғас ҡул менән балсыҡ ҡушып баҫыуын ғына белә… Йыл һайын ҡабатлана ине ул эш. Һуңғы йылда мунса етемһерәп ултыра, ә Зөбәржәттең ҡулы етмәй… Бына әсәһен генә тапһын, иртәгә үк балсыҡ ташып, ат тиҙәгенә баҫып һылап ҡуясаҡ…

Ирхан алдынан лысма һыу килеш шәп аҙымдар менән атлаған ҡыҙҙы ипләп кенә күҙәтте. Был әлбиттә әҙәпле лә түгел һымаҡ, әммә был ҡыҙҙы күреү менән йөрәге елкенеп ҡуйҙы. Йөҙө таныш күренде. Тик ҡайҙа, ҡасан күргәнен бер нисек тә иҫенә төшөрә алманы. Күҙгә ташланған матурлығы булмаһа ла, ҡыҙҙың ҡарашы алдында баҙағанын һиҙҙе. Быға тиклем ул бит ғашиҡ булғаны юҡ хатта. Бәләкәйҙән ул компьютерға бирелгән егеттән бар курс көлдө, “Ирханға кәләш кәрәкмәй, ул компьютерға өйләнгән, ха-ха! “ Егерме етегә етеп бара, ә ул ҡыҙ татығаны ла юҡ. Уны ымһындырып маташыусылар булманы түгел булды. Әммә ҡыҙ-ҡырҡындан арыраҡ торҙо, өйҙә ултырҙы тиерлек. Һәм әллә ниндәй төштәр күрә башланы. Әллә өйҙә ултырыуҙың шауҡымы икән, тип уйлағаны бар…Һәм бөгөн ошондай осрашыу, осраҡлыҡмы, етмәһә ҡыҙҙың исеме лә Зөбәржәт,ә ул эҙләгән яландың атамаһы ла Зөбәржәт, етмәһә юлға сығыр алдынан ул йөҙө күренмәгән ҡыҙ менән төш күрҙе… Сәйер барыһы ла сәйер. Барыһы ла асыҡланыр өсөн ваҡыт кәрәк инде. Ә әлегә ул ғүмерендә беренсе тапҡыр күргән ҡыҙ артынан әсәһен эҙләшә. Ул һәр ваҡыт көслө интуиция менән айырылды, был ҡыҙ уның тормошонда юҡҡа ғына килеп сыҡмағандыр ул. Ваҡиғаларға үҙ ыңғайына ҡуйырға кәрәктер…

Һыуланған кейемдә йөрөү уңайһыҙ икәндә, кроссовкилары бысранып бөттө Зөбәржәттең. Шундай уҡ хәлдә юлдашы ла. Ниндәйҙер ете ят егет менән туғай ҡыҙырып йөрөү нормамы икән? Хәйер күптән ысынбарлығы буталған һымаҡ тоя ҡыҙ. Аҙағы булырмы икән бындай тормоштоң. Арығанлыҡ тоя шул тиклем. Әйтерһең, ул ниндәйҙер әкиәт персонажы: уға роль яҙғандар, һәм ул шуны тырышып-тырышып башҡара. Һәм бер кемгә уның кисерештәре мөһим түгел. Эсендә яралған асыуын ул баҫырға тырыша. Тиҫтерҙәре йәшлеген байрам итһә, ул үҙен бер ҡарт әбейҙәй тоя. Ә уға бит егерме биш кенә йәш. Зарланаһы килмәй шулай ҙа. Ғөмүмән,был уның холҡонда түгел. Тормошта төрлө хәлдәр була.Ҡайһы бер ҙә уларҙы нисек бар шулай ҡабул итергә генә ҡала. Нисек бар шулай ҡабул итергә генә ҡала…

Зөбәржәт ашығыс атлай, шул арала аяҡ аҫтындағы тиҙәктәргә баҫмаҫҡа тырыша, ҡайһы бер ҙә арҡыс-торҡос тырпайып үҫеп ултырған ҡыуаҡ ботаҡтары тәнен ауырттырып һыпырып ала… Берәүһе хатта саҡ күҙенә төртөлмәне… Ул саҡ ялтанып ҡалды һәм йәнә егеттең ҡулдарына эләкте…

  • Күрәм, һин бөгөн минең ҡосаҡҡа ашҡынып тораһың…

Егет шаяртмаҡсы булды, ахыры… Әммә урынһыҙ икәнлеген тойҙомо, тиҙ генә шымтайҙы…

  • Ғәфү ит, мин уйламай ысҡындырҙым…

Зөбәржәт бер ни өндәшмәй, ( эстән, әлбиттә, уттай яна), ни тойғанын да белдермәй тар ғына һуҡмаҡ буйлап юлын дауам итте.  Ниһәйәт, бер аҙ атлағандан һуң аҡлан күренде. Быйыл ул айырыуса күҙҙең яуын алып тора. Бар сәскәләр бында үҫә төҫлө. Көтөүҙе был яҡтан арыраҡ йөрөтәләр…Хатта бесән урынына ла сапмайҙар. Ауыл халҡы бик ҡәҙерләй был урынды.  Ҡасандыр ошонда ике ғашиҡ йән биргән тигән легенда ла йәшәй. Теге Ромео һәм Джульетта һымаҡ йәп-йәш кенә ҡыҙ менән егет бер-береһен күрә алмаған нәҫелдән булғандар.  Ошо аулаҡ аҡланда улар күрешкәндәр икән. Белмәгәндәр шул ғаиләләренең дошман икәнлеген. Сираттағы осрашҡанында ҡыҙҙы егет яғы, егетте ҡыҙ ағы уҡтан атып үлтергән. Бер-береһен ҡосаҡлаған килеш улар сәскә араһына ауған. Күңелһеҙ легенда шулай ҙа. Булған бит ҡырағай заманалар…

Аҡланға еткәс тә Зөбәржәт аҡ кейемдә кемделер шәйләне… Әсәһе түгелме икән? Ул шулай атаһы үлгәс гел аҡтан кейенә ине. 

  • Әсәй! Әсәй!

ул йүгереүен шәбәйтте. Ләкин билгә тиклем үҫкән үлән араһынан йүгереү түгел, атлау ҙа ҡатмарлы икән… 

Тауышҡа аҡ кейемдәге шәүлә башын өҫкә күтәрҙе, алан-йолан ҡарай башланы…

Арттағы егет йорораҡ булып сыҡты. Әсәһе янына тиҙерәк барып етте. Зөбәржәт тә бер аҙҙан улар янында ине.

Иртәнән бирле төрлө хистәр кисергәнлектән, ул әсәһенә асыуланырғамы, йә уны шелтәләргәме - ни эшләргә белмәне. 

  • Әсәй, һине эҙләп хәл бөттө лә…
  • Ә ниңә һин мине эҙләйһең? Миңә ни булһын… Бына атайың менән танышҡан урынға килдем…

Зөбәржәт әсәһен ҡосаҡлап алды. Ана түгеләм, бына түгеләм тип торған күҙ йәштәрен көс-хәл менән тыйҙы. Илап хәлде еңеләйтеп буламы? 

  • Йә, йә, миңә ни булһын, ә был ниндәй ҡупшы егет? Кейәү алып ҡайттыңмы әллә? Күптән кәрәк. Мин һинең йәштә күптән әсәй инем…

“Һы, кейәү имеш… Кейәү ҡайғыһы шул миндә! “ Уйҙарын эскә йомдо Зөбәржәт, ә үҙе әсәһе менән ҡыҙының аңлашҡанын арыраҡ күҙәткән егеткә күҙ һалды: йөҙгә арыу ғына күренә былай…Әхирәте шунда уҡ ҡамауға алыр ине, эргәһендә егеттәрҙән хоровод ярата ул…Нисек итеп дуҫтарҙыр, әллә теге ҡапма-ҡаршылыҡтар бер-береһенә тартыша тиҙәрме… Әллә Зөбәржәт уның менән ярышмағанғамы улар шулай яҡындар… кем белһен инде…Инәһе ҡосағына сәскәләр йыйған. Ниндәйҙер ят егете алдында ошондай елбәҙәкләнеп йөрөгән әсәһе өсөн уңайһыҙланып та китте. Әммә барыбер түгелме икән? Иң мөһиме яҡыны менән барыһы ла һәйбәт, сағыштырмаса булһа ла…

  • Әсәй, әйҙә ҡайтайыҡ… өйҙә ҡыҙҙарың көтә бит…
  • Юҡ, ҡайтмайым. Мин атайыңды көтәм. Ул бөгөн киләм тине…

Зөбәржәт йәнә иларҙай булды. Әллә ҡасандан бирле йыйылып килгән һәм йәшереп тотҡан тойғолары ташҡандай түгелде…

  • Әсәй, һуң етәр, ә! Һиңә генә ҡыйын тип уйлайһыңмы… Ни өсөн үҙеңде генә уйлайһың икән! 

Зөбәржәт ҡулдары менән битен ҡапланы ла ергә ултырҙы. Ул атаһын һағынмаймы, юҡһынмаймы? Әсәһенең аҡылынан яҙыуы ғына етмәгәйне.

Әсәле-ҡыҙлыны үҙҙәрен ҡалдырып аҡланды фотоға төшөрөп йөрөгән егет әллә Зөбәржәттең һулҡылдағанын ишеттеме, эргәләренә килде. 

  • Апай, әйҙә мин һеҙҙе оҙатып ҡуям… 

Үҙе ҡараштары менән генә Зөбәржәткә “Әйҙә! “, - тигәндәй ымланы. Ҡыҙ шым ғына урынынан торҙо ла улар артынан атланы.  Кейеме кибеп бара. Еүеш джинсыһы ғына ауыр.  Арттан ғына егеттең һынына күҙ һалды… ҡап-ҡаранан кейенгән был ят йәш ир-егеттең янда булыуы йәтеш булды әле. Кем икән? “ Ә бәлки ул яҙмышыңдыр…” Эстән бер тауыш шулай өндәшкәндәй тойолдо. Киноларҙа ошондай сәйер осрашыуҙар гел бер береһенә ғашиҡ булыуға килтерә торған. Был уйын ялҡытҡан себенделәй ситкә һелтәне . Бында әсәһе тилеләнгән, ә ул егет тип иҫе китергә тора. Ысынлап та танһығы уяныр итәме, әхирәте әйтмешләй берәйһе менән осрашырға кәрәктер ул…Тик кем менән? Ул йәнә әсәһен ҡултыҡ аҫтынан нимәлер ихлас һөйләй-һөйләй китеп барған ҡотҡарыусыһына күҙ һалды. Ярай, артығын уйламай торһон әле. Тиҙерәк йорттарына ҡайтып етеп, һеңлеләрен тынысландырырға кәрәк.

Ирханға яңы таныштарының йортонда ҡалырға рөхсәт иттелр. Аласыҡта таҡтанан һәпләнгән йәтеш кенә киң урындыҡҡа урын йәйҙеләр. Зөбәржәттән тыш тағы ике ҡыҙы бар икән бөгөн юғалып йөрөгән апайҙың. Ирхандың иһә тағы бер ҡустыһы ғына, атаһы-әсәһе менән улар күрше өлкәлә йәшәйҙәр. Ә ул Өфөлә ҡалырға булды. Бер үҙенә бер бүлмәле фатир хаттин ашҡан. Программист эше һәләтең булһа ярайһы уҡ аҡсалы эш, ипотекаға алған фатирын биш йылда түләп бөттө. Ярай, атай - әсәһе йонсотмай, аҙып-туҙып йөрөмәгәс, утыҙға етмәҫ борон үҙ көсө менән ҡыйбатлы иномарка һәм баш ҡалала фатир ала алғас, үҙ ыңғайына улдарының йәшәүенә ҡаршы түгелдәр. Етмәһә, ай һайын Ирхан эш хаҡының өстән бер өлөшөн әсәләренә ебәреп тора, ҡалғанын һаҡлыҡ иҫәбенә һалып бара. Бер үҙен аҫрауға күп аҡса ла китмәй. Эшенән ялҡып китһә, тегендә-бында сәйәхәт ҡыла торған. Әйтәләр бит, аҡса түгел, ә тәьҫораттар туплағыҙ, тип. 

 

Ауылдағы төнгө күк ҡаланыҡынан айырыла, ул төпһөҙөрәк, ә йондоҙҙар сағыуыраҡ төҫлө. Эҫе лә баҙрап күп йөрөлһә лә бөгөн йоҡоһо килмәй ине әле. Ул ихаталағы эскәмйәгә йәйелеп ятты ла күккә баҡты. Бына бит төшө ундай мажараларға алып килтерҙе. Был донъяла осраҡлыҡтар юҡ, тиҙәр. Ул фаталист түгел, шулай ҙа эске һиҙемләүе уны һирәк алдай. Был Зөбәржәт исемле ҡыҙ менән ниндәйҙер бәйләнеш бар ул. Шул мәл тупһа шығырланы, ул ятҡан урынынан һикереп торҙо. Өҫтөнә плед ураған килеш кенә ул әле генә иҫенә төшөргән ҡыҙ өйҙән килеп сыҡты. 

  • Һин нисек? Күңелһеҙ түгелме?
  • Юҡсы, бына әле йондоҙҙар менән һөйләшеп алдым.

Егет ҡыҙға урын биргәндәй эскәмйә ситенә шылды

  • Шаяртырға яратаһың тип уйлайым һинең хаҡта… Мин ней…Һиңә рәхмәт әйтергә сыҡтым. Һинһеҙ миңә ҡатмарлы булыр ине бөгөн, әй…
  • Мин һине ҡотҡарғанды ла онотма. Бурыслы булырһың!

Ә был егет иҫәпсел генә күренә, ай-һай…

  • Һәм һин нимә теләйһең?
  • Шаяртам да. - Ирхан йылмайҙы. Был ҡыҙ уғата етди ҡасан ҡарама. - Һин йылмая беләһеңме ул? 
  • Йылмайыу ҡайғыһы юҡ шул. Өҫтөңдә бәлиғ булмаған ике ҡыҙ бала һәм иҫәүәнләнгән әсәйең булһа, ҡарар инем һиңә. 
  • Йә, ярай, инде асыуланма. Әйҙә, ултырып ал тышта. Саф һауа файҙалы бит. 

Нимәгә тәҡдим иткәндер, әммә был ҡыҙ менән оҙағыраҡ һөйләшкеһе килде. 

  • Ҡара әле,Зөбәржәт.. - Егет төнгө күккә ҡараш ташланы ла, һүҙен дауам итте. Ярты көн генә белгән танышының үҙ исемен ишетеү ҡыҙҙа ҡаршылыҡлы хистәр уятты. - Һин реинкарнация хаҡында ишеткәнең бармы? 
  • Бар, ниңә мине наҙанға һанайһыңмы? Мин университет бөткән кеше. Ниңә ул һорауың?

Зөбәржәт үҙен мыжыҡҡа һанамай шулай ҙа, әсәһенең ҡылығы бөгөн уны хәтәр ярһытҡайны, һаман тыныслана алмай. Хатта һыуға осоп төштө, батыу ҡурҡынысы янауынан һаман ҡайтыша алмай. Был егеткә ниңә асыуын япһаралыр. Ә егет ҡыҙҙың хәлен  аңлағандай, ҡыҙҙың дорфалығына иғтибар  ҙа итмәй һүҙен дауам итте. 

  • Кеше ергә бер тапҡыр түгел, ә бер нисә тапҡыр тыуа тигәнгә ышанаһыңмы? Төрлө яҙмыштар кисертеп, Хоҙай йәшәйеш асылдарына йәнде шулай төшөндөрә, рухын нығыта…
  • Әлләсе. Ул хаҡта уйлағаным юҡ. Бында бер ғүмерҙе нисек йәшәргә тип баш ҡатҡан. Нимә генә уйлап сығармаҫтар. Күптәр юҡ-бар фантазия ҡороп, кешенең башын бутарға ярата.
  • Ә мин ышанам. Ә бына бер-береһен яратҡандар икенсе тормошонда ла бергә булалармы икән? Шул хаҡта уйлағаның бармы?
  • Тапҡан нимә өсөн борсолорға…

Ҡыҙ бер аҙ шымып торҙо. “ Мөхәббәт әлеге мәлдә минең өсөн тормошҡа ашмаҫ хыял һымаҡ”  Һәм теманы үҙгәртергә теләгәндәй, һүҙен икенсегә борҙо…

  •  Һин миңә әйтмәнең әле, Зөбәржәт яланын ниңә эҙләнең?

Төшөмдә күрҙем, тиһә, ҡыҙ уны бер иҫәргә һанар инде. Шуға был хаҡта һүҙ ҡуҙғатмаҫҡа булды Ирхан.

  • Интернетта фотоһын күрҙем дә, үҙ күҙҙәрем менән күргем килде. Шул ғына. 
  • Ә мин яратмайым ул урынды. Миңә унда барһам ниңәлер моңһоу булып китә үҙем дә аңламайым. Ә әсәйем тора ла шунда йөрөй.

Ҡыҙ пледына тағы ла нығыраҡ уранды. 

  • Ҡара һин миңә хатта исемеңде лә әйтмәнең бит.
  • Ирхан.
  • Ирхан… Ишеткән юҡ ул исемде. Матур исем. 

Матур исем. Күптәр уның исемен ишетһә шулай тисе.

  • Үҙең хаҡында һөйлә әле. Кемһең, ҡайҙан? Кем булып эшләйһең тигәндәй…
  • Әсәйеңә кейәү эҙләйһең ме әллә?
  • Ә һин кейәү булам тиһеңме әллә?

Улар шарҡылдап көлөп ебәрҙеләр.

     - Тсссс! 

Зөбәржәт бармағын ауыҙына килтереп шыйылданы.

     - Өйҙәгеләрҙе уятып ҡуймайыҡ.

.    - Һине көлөүеңде ишетер мәлем бар икән дә…

.    - Йә, етәр. Мин яуап көтәм. Үҙ өйөмдә йоҡлатҡан кешенең кем икәнен мин белергә тейеш тә.

  • Ярай, ярай. Шулай итеп, минең исемем Ирхан. Миңә егерме ете йәш. Өйләнмәгәнмен. Программист. Ата-әсәйем һәм ҡустым күрше өлкәлә. Ә мин Өфөлә бер үҙем.
  • Программист булғас, аҡсаң күптер инде.
  • Кейәүгә сығам тиһеңме әллә?
  • Ә һин алам тиһеңме әллә? - Минең байлығым менән?

Зөбәржәт башы менән генә йорт яғына ымланы. Улар йәнә йылмайышты.  - Йә, ярай, мин шаяртам ғына һинең һымаҡ. Иртәгә хушлашырбыҙ, һәм бүтән күрешмәҫбеҙ ҙә әле.

Ирхан ни генә булһа ла өндәшкәнсе, ҡыҙ ишек артында юғалды. Эх, әллә оялттыммы… Оялырҙай ҡыҙға оҡшамаған, башҡа ҡыҙҙар һымаҡ яһалмаланып ултырмай: уйлағанын тура әйтә лә ҡуя. Зөбәржәт уға оҡшай, ысынлап та оҡшай бит. Ҡыҙ әйтмешләй, хушлашыр ҙа ҡайтып китерме икән иртәгә, күрешмәҫкә риза булып. 

…Йәнә Зөбәржәт атта елә. Йәнә ул милли кейемдә. Йәнә шул йәшеллек тирә-яҡта. Бына ул таныш туғайлыҡҡа килеп сыҡты. Бәй был уларҙың йылға буйы түгелме? Ә бына Зөбәржәт яланы. Инде хәҙер төшөнә керә башланы. Ул аҡланға кермәҫ үк туҡтаны, атынан төштө һәм уны ағасҡа бәйләп ҡуйҙы. Ни эшләй ул бында? Ниндәй маҡсат менән килгән? Ул тирә-яғына ҡаранды. Бер кем дә күренмәй. Ул ипләп кенә сәскәләр араһына атланы. Ниңәлер гөлләмә йыйыу теләге тыуҙы. Шул саҡ ҡыштырлаған тауыш ишеттелде. Һәм кемдер уны артынан килеп ҡосаҡлап алды. 

  • Эй, һағындым һине, Зөбәржәтем…

Ирхан?! Ирхандың тауышы бит был. Тәндәре ҡалтырап китте. Күрешеүҙәренә бер көн, ә ул инде төшөнә керә. Һәм бит ниндәй ҡиәфәттә, юҡ, был яңғыҙлығы һаташтыра башланы…Зөбәржәт ипләп кенә егеттең ҡулдарын ысҡындырҙы ла уға табан әйләнә башланы. Ирхан да милли кейемдә ине, үҙенә һәләк килешә. Егет уға наҙ тулы ҡараштарын төбәгән. Шул мәл һауала ниҙер шыйылданы, һәм наҙ тулы ҡараштар ғазап менән теленде. Бер ни аңламаған Зөбәржәт уны инстинктив үҙенә тартты, арҡаһына ҡаҙалған уҡты күрҙе.. Уны-быны аңғарғансы, шул мәл кинәт кисерә алмаҫлыҡ әсе һыҙланыуҙан үҙенең дә йөҙө ағарҙы. Уның арҡаһына ла уҡ аттылар, ахыры…

… Шыбыр тиргә батып, Зөбәржәт урынынан һикереп торҙо. Был теге легендалағы һымаҡ бит. Һәм төп ролдәрҙә - Зөбәржәт менән Ирхан. Етмәһә, кис ҡунаҡ егет реинкарнация тип һөйләнеп ултырҙы. Нимә әйтергә теләне икән? Улар үткән тормошта бер-береһенә ғашиҡ булған теге йәштәрме? Һәм ябай кешеләр түгел, ә легендаға нигеҙ һалған ғашиҡтар… Абсурд бит. Ул ауылдағы таш һалыусы әбейгә барып килергә булды иртүк. Баланы бүҫере яфалаһа, нимәһендер юғалтһа, инде һикһәнен ҡыуалаған, шуға ҡарамаҫтан үткер зиһенле һәм теремек Хәсбиямал әбейҙе бар район белә. Бер шулай һеңлеһе велосипедын юғалтҡайны, һарайҙа торған килеш. Әсәһе шул әбейгә барҙы, йырында эҙлә тине уныһы таш һалғас. Һәм ысынлап та шунда ятҡан. Нисек унда барып эләккәндер. Уныһы сер булып ҡалды. Иң кесе һеңлеһенең бүҫерен дә шул Хәсби инәй “сапты” һәм шунан һуң ул илауҙан туҡтаны. Ысынында ул әбейгә, уның һәләттәренә шөбһәләнеберәк ҡарай. Уны төрлө рухтар менән аралаша, тигән имеш-мимеш тә таралған. Һәм шул әбейгә сәйер төштәрен айышын һорашырға булды.

Ҡояш яңы ғына ҡалҡа башлағайны, иртәрәк торҙо. Әбей көтөү китер алдынан ҡапҡа алдында ултыра торған, башҡаларҙың малдарын ҡыуғанын ҡарап. Ул шым ғына кейенде лә бер кемде лә уятмаҫҡа тырышып өйҙән сығып китте. 

Хәсбиямал әбей ғәҙәтенсә кәртә буйындағы эскәмйәлә ултыра ине. Ҡыҙҙы күреү менән, ул баш һелкә башланы.

  • Килереңде көтә инем. 

Зөбәржәт шаҡ ҡатты. Ҡайҙан белде икән?

.     - Әруахтар хәбәр итте.

Ниндәй әруахтар? Әллә төш һаман дауам итәме? Зөбәржәт кире боролоп кире ҡайтып китерҙәй булды. Был әбей уны ҡурҡыта ла.

.      - Ҡурҡма. Бында бер нәмәнән дә ҡурҡырға кәрәкмәй. Ултыр.

Зөбәржәт һағайып ҡына эскәмйә ситенә урынлашты.

  • Беләм ниңә килгәнеңде. Сәйер төштәр күрәһең, эйе бит. Һәм шуны әйтәһем килә: ике ғашиҡ хаҡында легенда ул ысынлап та булған хәл. - Әбей яулығының  остарын рәтләп тартҡыланы. - Ни өсөн тап һиңә ул төш керәме? Сөнки һин шул тап ғашиҡтарҙың береһе, хатта исемең дә шул уҡ. Нисек улай булырға мөмкин. Уныһын Хоҙай ғына белә. Барыһы уның ихтыярында. Бында һеҙҙең һөйөүгә ҡаршы килгәндәрҙең ғәйеп тойғоһо ла сәбәпселер. Ике гонаһһыҙ йәш йөрәктең мөхәббәтенә ҡаршы килеп улар йәндәренә ауыр гонаһ алғандар. Тамуҡ ғазаптарын еңеләйтергә теләп, улар Хоҙайға инде нисәнсе быуат инәлә, һеҙҙең мөхәббәткә тағы бер мөмкинлек биреү хаҡында доға ҡыла. 

Зөбәржәткә әбейҙең хәбәре ниндәйҙер бер фантастик әкиәт һымаҡ тойолдо. Шулай булыуы мөмкинме? 

.            - Ышанмайһыңмы? Ихтыярың. Әммә әлеге мәлдә һеҙҙә ҡунаҡ булған егетең - ул Хоҙай тарафынан насип ителгән йәрең…

Ҡыҙ үҙ ихатаһына башына ниндәйҙер ауыр нәмә менән һуҡҡандай шаңҡып ҡайтып керҙе. Ҡолағында һаман Хәсбиямал әбейҙең “... насип ителгән йәрең…” тигән һүҙҙәре яңғырай. Ул ҡапҡаның элмәген эләктерҙе, яйлап ҡына барып соланға терәлгән эскәмйәгә ултырҙы. Хәҙер ни эшләргә? Ирхандың күҙенә күренергә лә ояла. Әйтергәме, юҡмы? Ләкин ете ят ҡала егете унда үткән тормоштарҙағы һөйгән йәрен танымаҫ ул. Ул йәнә урынынан торҙо, кеҫәһендәге машина асҡысын ҡапшаны. Тиҙ генә аҙымдар менән ҡапҡа алдында Ирхандың машинаһы менән йәнәш ултырған машинаһына кереп ултырҙы.   Асҡысын борҙо ла йәһәт кенә Ладаһын оло юлға алып сыҡты. Юҡ, Ирхан менән һөйләшеүгә әҙер түгел әле. Һис кенә лә әҙер түгел. Ауылдан сыҡҡас ул тиҙлеген арттырҙы. Ҡалаға ҡайтырға кәрәк. Эшкә барырға кәрәк. Аҡса эшләргә. Күктәр мәңгелеккә торошло мөхәббәт бүләк итергә әҙер булһа ла, уның быға ваҡыты юҡ. 

Шул ваҡыт арттан ниндәйҙер автомобиль елдергәнен күрҙе. Ирхан бит был! Уның менән ярышып булмай бит инде. Ул кисәге йылға буйына иҫкән юлға кинәт боролдо. Ирхан унан ҡалышманы. Юл тамамланғас, Зөбәржәт туҡтаны ла машинаһынан сығып туғай эсенә йүгерҙе. 

  • Зөбәржәт, һуң туҡта!

Ул кинәт туҡтаны. Ҡасыу бер нимәне лә хәл итмәй бит. Йөҙ һикһән градусҡа кире боролдо ла уның яғына йүгергән Ирханға табан атланы. Бына ул егет алдында туҡтаны. Оҙаҡ ҡына уның һыҙаттарына ҡарап торҙо. 

  • Ниңә ҡасаһың минән, Зөбәржәт? Мин тағы берәй хәл булдымы икән тип ҡотом осто…
  • Ә ниңә минең өсөн ҡотоң оса? Беҙ беребеҙгә ят кешеләр. Һин ҡайтып китерһең, һәм беҙҙең юлдар айырылышыр…
  • Ә әгәр ҙә мин айырылышырға теләмәһәм…

Зөбәржәт һиҫкәнеп уға ҡарашын төбәне. 

  • Тәүге ҡараштан һиңә ғашиҡ булдым, тип әйт тағы…

- Ә ниңә ышанмайһыңмы? Мин тағы ла өҫтәп әйтә әле, мин һиңә күптән ғашиҡ… Беҙҙең йәндәр күптән бер-береһенә ғашиҡ… Мин быны төшөмдә күрҙем…

.     - Һин дә төштәр күрҙеңме? Тимәк, бында килеүең бушҡа түгел…

.     Ирхан бер аҙ аптырағандай, шул уҡ мәл нимәнелер кинәт төшөнгәндәй уға ниндәйҙер өмөт һәм ашҡыныу менән ҡараған ҡараштарға баҡты. Тимәк, яҙмыш уларҙы юҡҡа ғына осраштырмаған. Бына ул төштәренә кереп аңлайышһыҙ хистәргә күмгән ҡыҙ. Юҡҡа ғына күңеле Зөбәржәткә ынтылмаған икән. 

Ул бер ни өндәшмәне, ипләп кенә ҡыҙҙы үҙ ҡосағына алды. Яҙмыш тигәнең сәйер осраҡлыҡтарға һәм мөғжизәләргә тулы икән дә. Әле кисә генә ул япа-яңғыҙ ине, ә бөгөн ул бар ғүмере буйы үҙе лә белмәй эҙләгән һөйгәнен тапты. Ул Зөбәржәтте йәнә күкрәгенә ҡыҫты.Ҡайһы бер ҙә һүҙҙәр артыҡ бит. Ҡыҙ ҡаршылашманы. Башын уның иңенә терәне. Кисә осратҡандан бирле ошо ҡыҙҙы ҡурсалау теләге менән яна. Ни хәтлем көслө булып күренергә тырышһа ла Зөбәржәт шул мәл аңланы: һәр кемдең бит ҡайсаҡ кемгәлер таянырға мохтажлығы бар. 

Улар күрмәне. Зәңгәрлеге менән арбар күктә улар өҫтөндә ике йән бер йәнгә әйләнде. Һәм бар күк нур менән күмелде. “Мәңгегә бергә!” - анттары беректе.

Урамында Хәсбиямал әбей тешһеҙ ауыҙы менән йылмайҙы: “Бәхетле булығыҙ, балалар! Һөйөүегеҙгә бүтән бер кем ҡаршы төшмәҫ!”