Ялҡын, һалҡынға Саҡ түҙһә күңел. Бел һәм онотма - Һин яңғыҙ түгел. Йылыға ынтыл, Һалҡындан йүгер. Бары тик иҫлә - Һин яңғыҙ түгел. Яңыға тартыл да, Иҫкенән төңөл. Шатланып йәшә - Һин яңғыҙ түгел! Кеше булмаһа ла, Янда Хоҙай гел! Иманға таян һин - Һин яңғыҙ түгел! Даян Теүәлбаев.