✨Илле йыл дауамында тормошта иңгә-иң терәп атлау һәм бәхетле көнгә бергә ҡыуанып йәшәү күптәрҙең хыялы ул.Баймаҡ районы Ярат ауылының өлгөлө ғаиләләренең береһе, ауылдың имам-хатибы Хөсәйен Миңлеғәле улы һәм Әнисә Харис ҡыҙы Юнысбаевтар бергә йәшәүҙәренең 50 йыллығын - Алтын туйҙарын билдәләнеләр. Хөсәйен Юнысбаев Ярат ауылының Әпкәшәй тауының аҫтында, һуғыш ветераны Миңлеғәле олатай һәм Шәһиҙә инәй ғаиләһендә, күп балалы (8 бала) 3 ҡыҙҙан һуң 4 - се бала булып, 1954 йылдың 20 июлендә тыуа. Унан 1 йылға һуң ҡалып 1955 йылдың 20 авгусында Йәрмөхәмәт ауылында Фатима инәйҙең ап-аҡ йөҙлө, күк күҙле ҡыҙы - Әнисә тыуа. Бер аҙҙан улар Ярат ауылына күсеп киләләр. Яҙмыш ҡушыуы буйынсалыр инде: улар күршеләр булып йәшәй башлайҙар. Ҡышын бергә тауҙан сана шыуалар, йәйен бергә уйнап үҫәләр. Мәктәпкә лә улар бергә баралар, бергә ҡайталар. Беренсе Этҡолға 9-10 класҡа уҡырға барғанда ла Хөсәйен Әнисәне велосипедҡа ултыртып алып йөрөй. Шулай итеп уларҙың дуҫлығы мөхәббәткә әйләнә. Мәктәпте бөткәс, Хөс
✨Илле йыл дауамында тормошта иңгә-иң терәп атлау һәм бәхетле көнгә бергә ҡыуанып йәшәү күптәрҙең хыялы ул.Баймаҡ районы
26 августа 202526 авг 2025
1
2 мин