Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Үҙемдең һуҡмағымды эҙләйем

Үҙемдең һуҡмағымды эҙләйем, Ваҡыт сәнскеләре аша ул юл. Маҡсатһыҙ мәғәнә юҡ йәшәүҙә, Уйһыҙ-ынтылышһыҙ йәшәү буш ул. Ел таратырмы шиктәремде, Әүрәтерме, саҡырып алыҫҡа? Яҙмыш йомағын сисеп ҡара һин, Бәлки, бәхетең бындалыр, ашыҡма! Йөрәк күкрәктән сығып ҡасырҙай, Мәңгелек менән бергә тибергә... Баш эйергә кемгә? Ни эҙләргә? Күк күкрәүе булып яуап кил әйҙә! Асһын ине миңә ғаләм серен: Тыуғанмын, йәшәйем һуң ни өсөн? Ҡотолғоһоҙ мин хәҡиҡәт ҡоло. Тишек бизмәнгә ҡойғандай бар көсөм...

Үҙемдең һуҡмағымды эҙләйем,

Ваҡыт сәнскеләре аша ул юл.

Маҡсатһыҙ мәғәнә юҡ йәшәүҙә,

Уйһыҙ-ынтылышһыҙ йәшәү буш ул.

Ел таратырмы шиктәремде,

Әүрәтерме, саҡырып алыҫҡа?

Яҙмыш йомағын сисеп ҡара һин,

Бәлки, бәхетең бындалыр, ашыҡма!

Йөрәк күкрәктән сығып ҡасырҙай,

Мәңгелек менән бергә тибергә...

Баш эйергә кемгә? Ни эҙләргә?

Күк күкрәүе булып яуап кил әйҙә!

Асһын ине миңә ғаләм серен:

Тыуғанмын, йәшәйем һуң ни өсөн?

Ҡотолғоһоҙ мин хәҡиҡәт ҡоло.

Тишек бизмәнгә ҡойғандай бар көсөм...