Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

⚡Стәрлетамаҡтың «Каустик» предприятиеһының бер эшсеһе бөгөн иртән Өфө дауаханаһында йән биргән

⚡Стәрлетамаҡтың «Каустик» предприятиеһының бер эшсеһе бөгөн иртән Өфө дауаханаһында йән биргән Ул үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған булған. Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә күңелһеҙ хәбәр еткерҙе. «Республика халҡы исеменән уның туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ», — тине Назаров. Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, ир контроль-үлсәү приборҙарын һәм автоматиканы ремонтлау мастер булып эшләгән. Уға 30 йәш булған. Зыян күреүселәрҙең күбеһе — Өфөнөң «Глобал-Строй» йәмғиәте белгестәре, улар ҡорамалдарҙы капиталь ремонт эштәренә әҙерләгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттән тыш хәл 9 августа теркәлгән. Йәмғеһе 41 кеше зыян күргән. Был хәлде махсус комиссия тикшерә.

⚡Стәрлетамаҡтың «Каустик» предприятиеһының бер эшсеһе бөгөн иртән Өфө дауаханаһында йән биргән

Ул үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған булған. Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә күңелһеҙ хәбәр еткерҙе.

«Республика халҡы исеменән уның туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ», — тине Назаров.

Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, ир контроль-үлсәү приборҙарын һәм автоматиканы ремонтлау мастер булып эшләгән. Уға 30 йәш булған.

Зыян күреүселәрҙең күбеһе — Өфөнөң «Глобал-Строй» йәмғиәте белгестәре, улар ҡорамалдарҙы капиталь ремонт эштәренә әҙерләгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттән тыш хәл 9 августа теркәлгән. Йәмғеһе 41 кеше зыян күргән. Был хәлде махсус комиссия тикшерә.