Дуҫ тигәнем… Дуҫ тигәнем бөгөн бер киҙәнеп Яңағыма сапты һүҙ менән. Дуҫ тимәгән торғоҙҙо ла мине Яраларым япты һүҙ менән. Дуҫ тигәндең һүҙе татлы икән, Татлы булһа ла ул тутлы икән. Дуҫ тимәгән һүҙе боҙло тиһәм, Юҡ, ул боҙло түгел, ҡуҙлы икән. Шул ҡуҙҙан мин бөгөн усаҡ яҡтым, Усаҡтың да дөрләп торғанын. Гүйә, астым күҙем ҡараһына Аҡ тап булып төшкән ҡорғанын. Зөһрә Ҡотлогилдина.