Шулай уҡ йәшен һәм томан көтөлә. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, алдағы тәүлектә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Ҡыҫҡа ваҡытлы, урыны менән көслө ямғыр, йәшен фаразлана. Ҡайһы бер райондарҙа ҡойма ямғыр, көндөҙ эре боҙ-борсаҡ яуыуы ихтимал. Ел көнсығыштан, тиҙлеге секундына 5-10 метр, йәшен ваҡытында 15-20 метрға тиклем көсәйә. Һауа температураһы төндә +13,+18°, көндөҙ +20,+25°. Ямғыр яуғанда автомобиль юлдарында 500-1000 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей, төндә һәм иртән урыны менән томан төшә.
Башҡортостанда ҡойма ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана
8 августа 20258 авг 2025
~1 мин