Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

👍Баймаҡ ағинәйҙәре - Юрматы ерендә ҡунаҡта

👍Баймаҡ ағинәйҙәре - Юрматы ерендә ҡунаҡта Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы: - Баймаҡ районының Мерәҫ ауылы ағинәйҙәре Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы ағинәйҙәренең саҡырыуы буйынса гүзәл Башҡортостаныбыҙ буйлап сәйәхәткә сыҡты. Биш район һәм бер ҡала аша үтеп, Юрматы еренә барып еттек. Беҙҙе китапханасы Фәйрүзә Әбүталип ҡыҙы Арыҫланғәлина етәкселегендә Урман-Бишҡаҙаҡ, Байғужа, Кинйәбулат ауыллдарының, Ишембай ҡалаһының милли-мәҙәниәт үҙәгенә ҡараған “Аманат” ағинәйҙәр ойошмалары, уҡытыусылар йыр-бейеү, буҙа-бауырһаҡтар менән Урман-Бишҡаҙаҡ мәҙәниәт йортонда ихлас ҡаршы алдылар. Модулле китапхана, ағинәйҙәр ойошмаларының эштәре менән танышҡандан һуң, “Торатау” геопаркына юл алдыҡ. Бөгөнгө көндә геопарк биләмәһе уникаль тәбиғәте менән башҡорт халҡының боронғо традициялары, мифтары, легендалары бергә ҡушылған ысын мәғәнәһендәге асыҡ һаулағы музей булып тора. Үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыһы булған Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштау шихандарын күрер өсөн йөҙәрләгән турист Юрматы

👍Баймаҡ ағинәйҙәре - Юрматы ерендә ҡунаҡта

Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы:

- Баймаҡ районының Мерәҫ ауылы ағинәйҙәре Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы ағинәйҙәренең саҡырыуы буйынса гүзәл Башҡортостаныбыҙ буйлап сәйәхәткә сыҡты.

Биш район һәм бер ҡала аша үтеп, Юрматы еренә барып еттек. Беҙҙе китапханасы Фәйрүзә Әбүталип ҡыҙы Арыҫланғәлина етәкселегендә Урман-Бишҡаҙаҡ, Байғужа, Кинйәбулат ауыллдарының, Ишембай ҡалаһының милли-мәҙәниәт үҙәгенә ҡараған “Аманат” ағинәйҙәр ойошмалары, уҡытыусылар йыр-бейеү, буҙа-бауырһаҡтар менән Урман-Бишҡаҙаҡ мәҙәниәт йортонда ихлас ҡаршы алдылар.

Модулле китапхана, ағинәйҙәр ойошмаларының эштәре менән танышҡандан һуң, “Торатау” геопаркына юл алдыҡ. Бөгөнгө көндә геопарк биләмәһе уникаль тәбиғәте менән башҡорт халҡының боронғо традициялары, мифтары, легендалары бергә ҡушылған ысын мәғәнәһендәге асыҡ һаулағы музей булып тора. Үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыһы булған Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштау шихандарын күрер өсөн йөҙәрләгән турист Юрматы еренә килгәндәр ине.

Торатау итәгендә башҡорт халҡына ғына хас булған ихласлыҡ һәм киң күңеллелек менән гидтар Захарова Ильвера Ғариф ҡыҙы һәм Искәндәрова Зөһрә Миңлебай ҡыҙы геопарк менән таныштырып, оҙатып йөрөнө.

Геопарктың бөтә үҫеш юлы, ҡаҙаныштары башҡорт тирмәһендә урынлашҡан этномузейҙа асыҡ күренә. Торатауҙың 787 баҫҡысы буйлап менгән саҡта, “Ҡыҙыл китап”ҡа ингән үҫемлектәр, ҡоштар, бөжәктәрҙе үҙ күҙҙәребеҙ менән күреү бәхетенә өлгәштек. Тауҙың башына менеп еткәс, үҙебеҙҙә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ көс-дәрт тойҙоҡ. Ошо гүзәллек, матурлыҡ, хозурлыҡ киләһе быуындарға ла ҡалһын өсөн ер йөҙөндә һуғыштар бөтөп, тыныслыҡ урынлашһын, яуҙа йөрөгән ир-егеттәребеҙ һәм ҡыҙҙарбыҙ имен-һай ҡайтһындар, тип теләктәр теләнек һәм намаҙ уҡып, доға ҡылдыҡ.

Ишембай районы һәм Мерәҫ ауылы ағинәйҙәре араһындағы дуҫлыҡ күпере ныҡ булһын, бәйләнеш ептәре өҙөлмәһен өсөн киләсәктә лә хеҙмәттәшлек итергә һүҙ ҡуйыштыҡ.

Миңзәлә Ямантаева,

Мерәҫ ауылының “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе.