Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, йырсы Гөлназ Асаева социаль селтәрҙә ҡот-осҡос видеояҙма менән уртаҡлашып, хәүефле хәбәр таратҡайны. Бөгөн Гөлназ хәлде аңлатып видео һалды. Баҡһаң, уларға айыу һөжүм итмәгән. Әммә был тарихта ысынлап та айыу булған. "Беҙ команда менән клип төшөрөр өсөн тәбиғәт ҡосағына сыҡтыҡ. Һәр кем пранк (шаяртыу) әҙерләргә, ләкин был турала башҡаларға әйтмәҫкә тейеш ине. Концерт директоры Вадим ҡулға өйрәтелгән айыу алып килгән. Әлбиттә, команда уны күргәс ҡото оса. Дрессировщик айыуҙың ҡулға өйрәтелгән булыуы, кешеләр өсөн хәүефһеҙ икәнлеге хаҡында әйткән. Команда быға ышанмағас, Вадимға уны һыйпап ҡарарға тәҡдим иткән. Һөҙөмтә билдәле, януар уға һуғып, ҡанға батырған". Бына һиңә шаяртыу!)